“Өфө” футбол клубы Премьер-лига тарихындағы тәүге уйынында “Кубань” клубынан 0:2 иҫәбе менән еңелде.
— Премьер-лигала тәүге тапҡыр ҡатнашыуыбыҙ йоғонто яһағандыр, моғайын. Команда уйынға тулҡынланып сыҡты. Егеттәр үҙ-үҙенә ышанысты юғалтты, һөҙөмтәлә етешһеҙлектәргә юл ҡуйҙы, — тип аңлатты еңелеү сәбәбен “Өфө” клубының баш тренеры Игорь Колыванов. — Командаға дәғүә юҡ, ай ярым эсендә ҡатмарлы эш башҡарҙыҡ. Барыһы ла алда әле. Беҙҙең бурыс — быйыл Премьер-лигала нығыныу. Ошоға өлгәшеү өсөн мөмкин булғандың бөтәһен дә эшләйәсәкбеҙ.
8 августа Пермдә “Өфө” командаһы “Амкара”ға ҡаршы уйнаясаҡ.