Әҙерлек кимәле юғары05.08.2014
Нефтекаманың “Торос” командаһы Юғары хоккей лигаһындағы яңы миҙгелгә әҙерлекте дауам итә. Әле ул Балтик буйына күнекмә йыйындарына юлланды.

Бында командаға Канаданан яңы уйынсы Самсон Махбод һәм Американан Джон Энтони Комбс ҡушылды.
Ошо көндәрҙә нефтекамалар Риганың “Динамо”һы менән контроль уйын үткәрҙе. Башҡортостан командаһы көслөрәк булып сыҡты — 3:0 иҫәбе менән еңде.




Вернуться назад