Бөтә донъя уйындарын кем үткәрер?01.08.2014
Ошо көндәрҙә Башҡортостан делегацияһы Швейцарияның Лозанна ҡалаһында Өфөнөң 2021 йылда ХI Бөтә донъя уйындарын үткәреү хоҡуғын алыуға заявка китабын тәҡдим итте.

Республика башлығы Рөстәм Хәмитовтың күрһәтмәһенә ярашлы, документты Бөтә донъя уйындарының халыҡ-ара ассоциацияһына (IWGA) Башҡортостандың спорт һәм йәштәр сәйәсәте министры Андрей Иванюта менән Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялалов тапшырҙы. Өфөнән тыш, Перуның баш ҡалаһы Лима (7,6 миллион кеше йәшәй) һәм Американың Алабама штатындағы Бирмингем ҡалаһы (226 мең кеше) ошондай уҡ хоҡуҡҡа дәғүә итә.
IWGA ҡағиҙәләре буйынса был китапта Башҡортостан һәм Өфө, спорт ҡоролмалары, ҡаланың инфраструктураһы һүрәтләнә. Уға шулай уҡ Рәсәй һәм Башҡортостан Хөкүмәттә­ренең хаттары, һыҙмалар, карталар теркәлгән.
Бөтә донъя уйындары Олимпия уйындары программаһына индерелмәгән каратэ, бодибилдинг, петанк, фрисби, бильярд һәм спорттың башҡа төрҙәре буйынса ярыштарҙы үҙ эсенә ала. Уларҙың ҡайһы берҙәре, мәҫәлән, ҡатын-ҡыҙҙарҙың ауыр атлетикаһы, пляж волейболы, триатлон, бадминтон, тхэквондо кеүектәре, Бөтә донъя уйындарында һынау үткәндән һуң, Олимпия программаһына индерелгән.
IХ Уйындар былтыр июль-августа Колумбияла уҙғарылды, ә киләһе ярыш 2017 йылда Польшала үткәрелә. 2021 йылдың июль-авгусына тәғәйенләнгән сара 11 көн дауам итәсәк. Быйыл көҙ IWGA-ның ыңғай баһаһын алған һәм киләһе йыл ғинуарҙа ҡала менән таныштырыуҙы юғары кимәлдә ойошторған төбәккә йөҙ илдән дүрт мең самаһы спортсы йыйыласаҡ.
Өфөлә Бөтә донъя уйындарын үткәреүгә “Динамо”, “Биатлон”, “Өфө-Арена” комплекстары, Спорт һарайы, шулай уҡ “Первушин” аэродромы, “Нефтсе” стадионы һәм бассейны, “Аҡбуҙат” ипподромы йәлеп ителеүе мөмкин. Бынан тыш, һынауҙы уңышлы тотҡан осраҡта баш ҡалала биш яңы объект – уйын залы, гимнастика, көрәш үҙәктәре, пляж спорты өсөн стадион, еңел атлетика манежы – төҙөргә тура киләсәк.



Вернуться назад