25 июлдә Башҡортостан Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Хәмитов Өфөнөң 2021 йылғы XI Бөтә донъя уйындарын үткәреү хоҡуғына дәғүә итеү китабын хупланы. Республика делегацияһы төбәк башлығының ҡушыуы буйынса Бөтә донъя уйындарының Халыҡ-ара ассоциацияһына заявка биреү өсөн Швейцарияның Лозанна ҡалаһына юлланды.
Делегация составында республиканың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов, “2021 йылғы XI Бөтә донъя уйындарының заявка биреү комитеты” автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһының башҡарма директоры урынбаҫары Олег Шабанов бар.
– Республикабыҙ хаҡлы рәүештә Рәсәйҙең спорт төбәктәренең береһе булып иҫәпләнә. Беҙҙә халыҡ-ара кимәлдәге спорт ярыштарын үткәреү йәһәтенән ҙур тәжрибә тупланған. Шуға күрә Башҡортостандың абруйын арттырыу йүнәлешендә лә эшләү бик мөһим. Был йәһәттән, әлбиттә, Өфөлә 2021 йылғы Бөтә донъя уйындарын үткәреү ҙур әһәмиәткә эйә буласаҡ, – тине Рөстәм Хәмитов XI Бөтә донъя уйындарын үткәреү хоҡуғына һайлап алыу конкурсында ҡатнашыу өсөн Өфөнөң кандидатураһын күрһәтеү буйынса ойоштороу комитеты ултырышында.
Бөтә донъя уйындарын 2021 йылдың июль-август айҙарында үткәреү күҙаллана. Унда донъяның 100-ҙән ашыу иленән дүрт меңгә яҡын спортсының, 200 рәсми кешенең, 400-ҙән ашыу киң мәғлүмәт сараһы вәкиленең ҡатнашыуы көтөлә.