Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов “Спорт тапшырыуҙары” (“Спортивное вещание”) коммерцияға ҡарамаған автономлы ойошмаһының генераль директоры Василий Кикнадзе менән осрашты.
Төбәк башлығы телерадиотапшырыуҙар компанияһы етәксеһе менән республикала телетрансляцияны һанлы форматҡа күсереү һәм Башҡортостанда үткәрелгән ҙур халыҡ-ара ярыштарҙы күрһәтеүҙе тәьмин итеү мәсьәләләрен тикшерҙе.
— 26 декабрҙә йәштәр командалары араһында хоккей буйынса донъя чемпионаты башланасаҡ. Был — ҙур һәм яуаплы ярыш, — тип билдәләне республика Президенты. — Беҙгә уны донъяның бик күп илдәрендә күрһәтеүҙе тәьмин итергә кәрәк. 2013 йылдың февраль аҙағында Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары уҙғарыласаҡ. Был ярышты бәләкәй Олимпия уйындары тип әйтергә мөмкин. Сараны Олимпия комитеты ойоштора. Күптән түгел Австрияла үҫмерҙәрҙең ҡышҡы уйындары тамамланды. Ә беҙҙәге ярышта һигеҙ спорт төрө — хоккей, тау саңғыһы, шорт-трек, фигуралы шыуыу һәм башҡалар — буйынса 14 йәшкә тиклемге балалар ҡатнашасаҡ.
Күҙаллауҙар буйынса әлеге сарала донъяның 20-25 иленән 800 самаһы кеше, шул иҫәптән Рәсәйҙән 200-гә яҡын спортсы һынау тотасаҡ. Ярышты күрһәтергә кәрәк, һәм беҙ һеҙҙән ярҙам һорайбыҙ. Яҡын киләсәктә лә Өфөлә Бөтә донъя уйындарын үткәреүгә дәғүә итәбеҙ. Улар Олимпия уйындарына оҡшаш булһа ла, спорттың Олимпияға ҡарамаған төрҙәренә арналасаҡ.
Быйыл беҙҙә шулай уҡ биатлон буйынса йәйге донъя чемпионаты үткәреләсәк. Унда ла телевидениеның, киң коммуникацияларҙың ярҙамы талап ителә. Шуға күрә беҙгә үҙ-ара файҙалы хеҙмәттәшлек итергә кәрәк.
А. ХӘЛИЛОВ.