25-26 июлдә Башҡортостандың баш ҡалаһында триатлон буйынса республика беренселеге уҙғарыла.
Сараны республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы ойоштора. Быйыл ярышта Белорет, Ағиҙел, Салауат, Нефтекама, Өфө һәм башҡа ҡалаларҙан 60 спортсы ҡатнаша.
Триатлон —йөҙөүҙе, велоуҙышты һәм шоссе буйлап йүгереүҙе үҙ эсенә алған спорт төрө. Баш ҡаланың Затон биҫтәһендәге “Водник” стадионында уҙғарылған сарала 2000 йылға тиклем тыуған малайҙар һәм ҡыҙҙар, 1997 — 1999 йылғы үҫмерҙәр һәм 18 – 60 йәшлектәр көс һынашасаҡ. Еңеүселәрҙе министрлыҡтың маҡтау грамоталары, миҙалдары, кубоктар көтә.