Өфөләргә нимә етмәне?24.01.2012
Өфөләргә нимә етмәне?Әйҙә, шәберәк!
Бирешмәгеҙ инде…
Эх, егеттәр…
Өфөнөң “Төҙөүсе” стадионы гөж килә. Шулай булмайса! Суперлигалағы командалар араһында боҙҙа мотоциклда уҙышыу буйынса Рәсәй чемпионатының дүртенсе этабы бара бит. Һәр кем яҡташтарыбыҙҙы еңеүсе итеп күргеһе килә.
Алыш көсөргәнешле барҙы. Әммә төп дәғүәселәр араһында алтын өсөн көрәш йомғаҡлау уҙышында хәл ителде. Өфөнөкөләр Тольятти командаһынан бер мәрәйгә алда килә ине. Ә бит этаптың еңеүсеһе булыр өсөн иҫәптең тигеҙлеге лә еткәйне. Әммә ҡадировсыларҙың стартты уңышһыҙ башлап ебәреүе бәкәлгә һуҡты. Урап килеү ваҡытында донъя чемпионы Николай Красников Дмитрий Хомицевичты уҙып китһә лә, улар үҙҙәренең бурысын үтәй алманы. Уҙыштың был этабында финиш һыҙығын беренсе булып Данил Иванов үтте, икенсе – Николай Красников, өсөнсө –Дмитрий Колтаков. Иҫәп “Мега-Лада” файҙаһына 4:2 булды.
Яҡташтарыбыҙ өсөн дүртенсе этап тәүгеһенә ҡарағанда уңышлы булды. Әммә “Каустик”тан (Стәрлетамаҡ) Эдуард Крысовтың хәүефле йөрөшө Каменск-Уральский ҡалаһынан ЦПССК уҙышсыһы Данил Голошейкинды йығылырға мәжбүр итте. Бының өсөн уның һөҙөмтәһе юҡҡа сығарылды. Әммә был уҙыштың һөҙөмтәһе дөйөм хәлгә бер ниндәй ҙә йоғонто яһаманы.
Шулай итеп, сәмле ярышта алтын миҙалды “Мега-Лада” (Тольятти) командаһы эләктерҙе, Ғ. Ҡадиров исемендәге Өфө техник спорт төрҙәре үҙәге егеттәренә икенсе урын менән хушһынырға тура килде. Ә “Каустик” командаһы – өсөнсө урында.
“Мега-Лада”ның дүрт, өфөләрҙән ике спортсы тиҙҙән үтәсәк донъя шәхси чемпионатында ҡатнашыу хоҡуғын алды.
Бәлки, алдағы бәйгелә яҡташтарыбыҙға уңыш йылмайыр.
И. ХАҠОВ.


Вернуться назад