Өфө спортсыларының Сочиҙағы Олимпия уйындарындағы ҙур еңеүенән һуң баш ҡаланың Орджоникидзе районында шорт-трек өсөн боҙ аренаһы төҙөлә башланы.Яңы үҙәк “Төҙөүсе” стадионы эргәһендә һалына. Ул 1500 тамашасыға иҫәпләнгән трибуналар менән йыһазландырылған 1 800 квадрат метрлыҡ майҙанды үҙ эсенә алған комплексты тәшкил итә.
— Әле объекттың нигеҙ ташы, монолит ҡоролмалар һалынды. Металл конструкциялар һатып алынды һәм монтажланды. Күптән түгел кирбестән диуарҙар күтәрелә башланы, йылылыҡ селтәре үткәрелде. Киләһе аҙнанан һыу селтәре һәм канализация эшенә тотонабыҙ, — тине 10-сы төҙөлөш идаралығының компаниялар төркөмө директоры урынбаҫары Владислав Сидоркин.
500 миллион һумға төшкән комплексты киләһе йыл аҙағында сафҡа индереү күҙаллана.