Ошо көндәрҙә Башҡортостан Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Хәмитов Өфө ҡалаһы буйлап эш сәфәре барышында торлаҡ комплексы төҙөлөшө менән танышты, яңыраҡ асылған “ЗоргеФитнесс” күп функциялы спорт-һауыҡтырыу комплексында һәм экстремаль спорт төрҙәре паркында булды. Бынан тыш, төбәк башлығы Комсомол урамындағы бассейн төҙөлөшөн тикшерҙе.
Республика етәксеһе И. Якутов исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркы янында урынлашҡан “Күл буйындағы йорт” торлаҡ комплексына ҡараған йорттарҙың береһендә булды, төҙөүселәр менән аралашты. Уға хәбәр итеүҙәренсә, өс секциянан торған йортта тейешле инфраструктура тулыһынса булдырылған, 34 урынға иҫәпләнгән ер аҫты туҡталҡаһы ҡаралған.
Төҙөүселәр менән аралашҡанда Башҡортостан етәксеһе ҡала йорттарының фасадтары сағыу, фигуралы булырға тейешлеген билдәләне.
– Төҫһөҙ фасадлы йорттарҙы файҙаланыуға тапшырыуҙы тыйырға кәрәк, – тине Рөстәм Хәмитов, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ирек Ялаловҡа мөрәжәғәт итеп. – Торлаҡ йорттарҙың йөҙө лайыҡлы, алдан уйланылған төҫтәр гаммаһында эшләнгән, яҡтыртылған булырға тейеш.
Яңы йорттағы барлыҡ 101 фатир һатып алынған да инде. Уларҙы быйыл июнь аҙағына файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла. Йорт янында кварталдың икенсе һәм өсөнсө сираттары төҙөлә башлаған.
– Дөйөм алғанда, барыһы ла яҡшы башҡарылған, миңә оҡшай, – тине Рөстәм Хәмитов. – Йорт хужалары ла ҡәнәғәт ҡалыр, тип уйлайым. Бөтә республика буйлап тап ошондай йорттар төҙөргә кәрәк.
Артабан төбәк башлығы “ЗоргеФитнесс” күп функциялы спорт-һауыҡтырыу комплексында булды. Учреждение тәүлек әйләнәһенә ял көндәрһеҙ эшләй. Бында бассейнға, тренажер залына йөрөргә, яңы фитнесс-программаларҙы үҙләштерергә була. Комплекста профессиональ тренерҙар, тәжрибәле инструкторҙар һәм табиптар эшләй.
Фитнесс-үҙәк янында яңы скейт-парк та ҡалҡып сыҡты. Майҙаны дүрт мең квадрат метр тәшкил иткән полигон Мәжит Ғафури исемендәге паркта урынлашҡан. Объектты асыу уңайынан урам спортын һөйөүселәр өсөн ярыштар уҙғарылды.