Өфөлә уҙғарылған велоспорт буйынса Рәсәй беренселегендә Стәрлетамаҡтан Эльвина Фәһимова менән Ишембайҙан Екатерина Стрижкова алтын һәм көмөш миҙалдар яуланы.
Ярыштарҙа 14 төбәктән 58 ҡыҙ ҡатнашты. Башҡортостандан “Ағиҙел” олимпия әҙерлеге үҙәгенең алты бүлексәһе спортсылары бәйгегә сыҡты.
Әлеге ярыш Рәсәй йыйылма командаһына һайлап алыуҙың тәүге этабы булып торҙо. Олимпия дисциплинаһында велоспорт буйынса Рәсәй чемпионаты һәм беренселеге 25–29 июндә Тулала уҙғарыла. Ярышты ойоштороусылар — илдең Спорт, Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлыҡтары, Рәсәйҙең һәм республикабыҙҙың Велосипед спорты федерациялары.