“Спартак” үҙәге яңы үрҙәр яулай02.07.2014
Районыбыҙҙың белем усаҡтарында йәштәрҙә һәм үҫеп килгән быуында сәләмәт тормош алып барыуға етди ҡараш тәрбиәләнә. Мәктәптәрҙә һәм мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында балалар спорт менән шөғөлләнһен өсөн барлыҡ шарттар ҙа тыуҙырылған.


Район хакимиәтенең мәғариф бүлеге мөдире Алексей Горбачев, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусы­һы Зикаф Исламовтың тәҡдиме менән барлыҡ дөйөм һәм урта белем биреү мәктәптәрендә лә Бөтә Рәсәй “Спартак” физкультура-спорт йәмғиәте ойошмаларының эше көсәйтелде һәм ”Спартак” үҙәге булдырылды. Бында илебеҙҙең спорт үҫешен­дә тәрән эҙ ҡалдырған Зоя Миронова, Семен Бойченко, Николай, Александр, Андрей, Петр Старостиндар – һәр кем өсөн өлгө.
2013/14 уҡыу йылында уҙғарылған республика спартакиа­да­һында Краснокама районы өсөнсө урынды яуланы. Был юғары күрһәткескә район һуңғы биш йылда өлгәшкәне юҡ ине – 33-сө урындан шулай юғары күтәрелде.
Йәш спортсыларҙы һәм уларҙың тренерҙарын бүләкләү тантанаһына спорт ветерандары, мәктәп директорҙары, башҡа ҡунаҡтар саҡырылды. Ҡуян урта мәктәбе уҡыусыһы Эльвина Кашапова һәм уның тренеры Рим Ғилманов мәғариф бүлегенең рәхмәт хаты һәм “Спартак” физкультура-спорт йәмғиәте симво­лик­аһы төшөрөлгән көмөш йөҙөк менән бүләкләнде.





Вернуться назад