Прага ҡалаһында үткән халыҡ-ара шашка уйындары буйынса Европа чемпионатында яҡташыбыҙ, биш тапҡыр донъя чемпионы Тамара Танһыҡҡужина көмөш миҙалға лайыҡ булды.
Тәүге урынды Украина вәкиле Виктория Мотричко яулаһа, унан ике мәрәйгә ҡалышып, Тамара пьедесталдың икенсе баҫҡысына күтәрелде. Өсөнсөлә – йәнә Украина вәкиле Людмила Литвиненко. Башҡортостан ҡыҙы Айгөл Иҙрисованың мәрәйҙәр һаны уныҡы менән тигеҙ булһа ла, өҫтәмә күрһәткестәр буйынса дүртенсе урынға төштө.
Ир-егеттәр араһында Артем Ивановҡа (Украина) етеүсе булманы. Уның ҡарауы, икенсе һәм өсөнсө урындарҙы Рәсәй егеттәре Александр Гетманский менән Александр Шварцман бүлеште.
Әйткәндәй, ярышта Рәсәй йыйылма составында Муродулло Амриллаев менән Айнур Шәйбәков та ҡатнашты. Үкенескә ҡаршы, уларға призлы урындар тәтемәне: Амриллаев – дүртенсе, ә Шәйбәков етенсе урын менән ҡәнәғәтләнде.