Башҡортостанда авиация спортын үҫтереү республика Хөкүмәтенең өҫтөнлөктәре иҫәбенә инә. Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Башҡортостанда дөйөм тәғәйенләнештәге авиацияны үҫтереү мәсьәләләре буйынса комиссияның Кушнаренко районындағы “Первушин” аэродромында уҙғарылған күсмә ултырышында Рөстәм Хәмитов ошо турала белдерҙе.
Кәңәшмә башланыр алдынан сарала ҡатнашыусылар үтә еңел граждандар авиацияһы үҙәген ҡарап сыҡты. Ул Рөстәм Хәмитовтың күрһәтмәһе буйынса аэродром ҡарамағында ойошторолғайны. Үҙәктең генераль директоры Сергей Миңлеғолов әйтеүенсә, өс йыл эсендә етди матди-техник база булдырылған. Әле бында 22 берәмек осоу техникаһы, парашют, вертолет үҙәктәре бар.
Рәсәй Президенты ярҙамсыһы, комиссия рәйесе Игорь Левитин, спорттың авиация төрҙәрен үҫтереү дәүләт кимәлендә хуплау табырға тейеш, тип билдәләне. Башҡортостан етәксеһе иһә үҙенең сығышында, 2021 йылда уҙғарыласаҡ XI Бөтә донъя уйындарында авиация спорты төрҙәре программаға индерелгән һәм Өфөнөң ошо ярышты үткәреү мөмкинлеге бар, тип белдерҙе.
Республика етәксеһе әйтеүенсә, Башҡортостан үтә еңел авиацияны үҫтереү һәм танытыу йәһәтенән яҡшы тәүшарттарға эйә. Беҙҙә бындай авиация 1979 йылдан, төбәктә дельтапланеризм барлыҡҡа килгән мәлдән, алып үҫтерелә. Күмертауҙа оҙаҡ йылдар “Ротор” клубы уңышлы эшләй. Уның ағзалары күп тапҡыр “моторлы үтә еңел авиация” класында Рәсәй һәм СССР чемпиондары булды.
“Первушин” базаһындағы үҙәктә пилоттар әҙерләү, RV-7 “Cetus” маркалы самолеттарҙы һатып алыу иҫәбенә юғары пилотаж программаларын яңыртыу күҙаллана. Был техника һәүәҫкәрҙәр өсөн тәғәйенләнәсәк, бер сәғәт осоу хаҡы 12-14 мең һум тәшкил итәсәк.
Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, дельтапланеризм буйынса ярыштар үткәреү өсөн республикала иң ҡулай урын – Асҡар ауылындағы тау саңғыһы комплексы.
– Бында халыҡ-ара дельта- һәм парапланеризм үҙәген төҙөргә кәрәк, – тине ул.