Рәсәй Президенты Владимир Путин милли спорт төрҙәрен үҫтереүгә һәм танытыуға йүнәлтелгән “Рәсәй Федерацияһында физик культура һәм спорт тураһында”ғы законға ҡул ҡуйҙы.
Ил башлығының рәсми сайтында (www.kremlin.ru) хәбәр ителеүенсә, Бөтә Рәсәй спорт төрҙәре реестрына индерелгән милли спорт төрҙәре буйынса федераль законға ярашлы, дөйөм ил әһәмиәтендәге спорт федерациялары ойошторола ала. Федераль закон ҡабул ителгәнгә тиклем бындай ғәмәлдәр тыйыла ине. Спорт төрҙәре исемлеге физик культура өлкәһендәге федераль башҡарма власть органы тарафынан раҫлана.
– Был, әлбиттә, яҡшы күренеш. Спорт төрҙәрен үҫтереүгә булышлыҡ иткәндәре өсөн шатбыҙ. Мөмкинлектәр ҙә етерлек, – тине Башҡортостандың Милли һәм билбаулы көрәш федерацияһы директоры Юнир Ильясов, был хәлгә аңлатма биреп.