Дәүләт Думаһы депутаты, Рәсәйҙең Паралимпия комитеты вице-президенты Рима Баталова Стәрлетамаҡ ҡалаһында уҡыусыларҙың “Президент ярыштары” республика спорт-һауыҡтырыу фестивален асыу тантанаһында ҡатнашты.
Үҙенең сығышында данлыҡлы спортсы һәм дәүләт эшмәкәре сарала ҡатнашҡандарҙы ауырлыҡтар алдында ҡаушап ҡалмаҫҡа, еңеү өсөн көрәшергә, донъя беренселектәрендә һәм чемпионаттарында тыуған республикабыҙҙың абруйын яҡларға саҡырҙы. Тантанала шулай уҡ Стәрлетамаҡ физик культура институты директоры, профессор Миҙхәт Мусаҡаев, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәтенең физик культура һәм спорт комитеты вәкилдәре сығыш яһаны.
Тантана донъя беренселектәренең иң яҡшы традицияларына ярашлы алып барылды: дәүләт флагы күтәрелде, судьялар ярышты ғәҙел баһаларға ант итте, уҡыусылар бөтә нормативтарҙы һәм ҡағиҙәләрҙе үтәргә вәғәҙә бирҙе. Сарала Башҡортостандың барлыҡ район, ҡалаларынан 700-ҙән ашыу йәш спортсы ҡатнашты.
Фестивалде асыу тантанаһынан һуң Рима Баталова йәштәр менән аралашты.