Тамара Танһыҡҡужина кеүек донъя чемпиондары тәрбиәләгән Ишембай шашка мәктәбе уңыштары менән ҡыуандырыуын дауам итә. Әле күптән түгел генә Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге
2-се республика башҡорт гимназияһында VII класта уҡып йөрөгән Руфина Әйүпова донъя чемпионатында еңеү яуланы.
12 йәшлек чемпиондың үҙе менән аралаштыҡ.
— Алты йәшемдән шашка уйнай башланым. Тәүҙә гимназиялағы түңәрәккә йөрөнөм, әле шашка клубында шөғөлләнәм, — ти Руфина. — Ярыш ваҡытында республика алдында ҙур яуаплылыҡ тойҙом. Еңгәс, бик шатландым. Тренерыма ҙур рәхмәт.
Донъя чемпионатына эләгеү маҡсатында уға тәүҙә Ишембайҙа, аҙаҡ республика, Рәсәй һәм Европа кимәлендәге ярыштарҙа еңеү өсөн тырышырға тура килә. 13 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар араһындағы чемпионат Белоруссияның Слоним ҡалаһында үтә, унда 14 ил вәкиле ҡатнаша.
Был Руфинаның тәүге еңеүе түгел. Уның инде дүрт тиҫтәгә яҡын миҙалы, грамоталары, кубоктары бар. Күп тапҡыр Башҡортостан, Рәсәй чемпионаттарында ла еңеүгә өлгәшкән. 2008 йылда — Польшала, 2011 йылда Эстонияла үткәрелгән Европа чемпионаттары призеры ла булған.
— Шашка уйнау бик оҡшай. Был миңә тормошта ярҙам итә. Һәр ваҡыт фекерләргә, ниндәй ҙә булһа аҙымды алдан уйлап эшләргә өйрәтә, — ти ул.
Руфина, мәктәпте тамамлағас, табип һөнәрен үҙләштермәксе. Әммә шашканы ла ташларға йыйынмай. Артабан да уйнарға, камиллашырға теләй һәм ҙур ярыштарҙа көсөн һынамаҡсы.
Ә. ИЛДУСОВА.