Күреп сығайыҡ тип киләләр ҙә...07.06.2014
Күреп сығайыҡ тип киләләр ҙә...
Бар донъяһын онотоп футбол уйнаған, әллә күпме төр тренажерҙа ихлас шөғөлләнгән, ҡолас ташлап бассейнда йөҙгән үҫмерҙәрҙе байтаҡ ҡына ваҡыт күҙәтеп торғандан һуң, һоҡланыу менән бергә аҡ көнләшеү ҙә тыуҙы. Бүләк тиһәң дә бүләк — спорт-һауыҡтырыу комплексы Шишмә районы халҡына! Ике йыл эсендә дөйөм майҙаны 5080 квадрат метр тәшкил иткән заманса бина ҡалҡһын әле! Дүрт ҡаттан торған йылы, яҡты һәм зауыҡ менән биҙәлгән бинанан беҙҙең дә тиҙ генә сыҡҡы килмәй торҙо.


Күреп сығайыҡ тип киләләр ҙә...Шишмәләрҙең күптәнге хыялы тормошҡа ашҡан — спорттың барлыҡ төрө менән шөғөлләнә башлағандар ҙа инде. Мини-футбол буйынса бөтә стандарттарға тап килгән майҙанға эйә булғас, республика кимәлендәге ярышты үҙҙәрендә ойошторорға шатланып риза булғандар. Күптән түгел генә республиканың иң көслө командалары осрашҡан. Уларҙы оҙатыу менән балалар футболы буйынса республика ярышына ла ошонда йыйылғандар.
— Спорт-һауыҡтырыу комплексының ишеге иртәнге 8-се яртыла асыла ла киске 11-ҙә генә ябыла. Көноҙоно кеше өҙөлмәй, йәштәр ҙә, өлкәндәр ҙә килә. Күреп сығайыҡ тип инеүселәр ҙә, дәртләнеп китеп, йөрөй башлаясаҡбыҙ тип хушлаша. Үҙәктә түләүле һәм түләүһеҙ түңәрәктәр эшләй. Мәҫәлән, дзюдо, шахмат, билбау көрәше, каратэ, саңғы кеүектәре — бушлай. Төркөмдәр менән шөғөлләнеүселәр өсөн ташламалар ҡаралған. Ейән-ейәнсәрен алып килгән өлкән йәштәгеләр ҙә ваҡытын бушҡа уҙғармай, шахматта уйнай, күнекмә яһай. Залдарҙа йәнлелек бигерәк тә кис арта, — тип һөйләй комплекс директоры Гөлнара Яхина.
Күреп сығайыҡ тип киләләр ҙә...Бассейн — күптәрҙе ҡыҙыҡтырған урын. Теләүселәр өсөн урын етерлек, бер үк мәлдә 30 кеше рәхәтләнеп йөҙә ала. Фитнес залына нигеҙҙә ҡатын-ҡыҙ йүнәлһә, ир-ат тренажерҙар эргәһенә ашыға.
Шарттар һәйбәт булғас, спорт буйынса уңыштарының тағы ла артасағына өмөттәре ҙур шишмәләрҙең. Әлегә тиклем дә улар һыр бирмәне, республикала уҙғарылған барлыҡ төр спорт ярыштарында алдынғылар рәтендә килә. Хатта халыҡ-ара кимәлдә танылған спортсылары ла бар. Спорт мәктәбе лә хәҙер комплекс ҡарамағында. Физик мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн уңайлыҡтар тыуҙырылыуы ла яҡшы.
Беҙ барғанда комплекс уҡыусыларҙың шат тауышына күмелгәйне. Үҫмерҙәрҙең дәртләнеп, ихласлыҡ менән шөғөлләнеүҙәрен күреп, ошо бинаны төҙөүгә тотонолған аҡсаның сәләмәтлек булып әйләнеп ҡайтасағына ышандыҡ.



Был комплекс "Башнефть" компанияһы аҡсаһына төҙөлгән. Уның өсөн 164 миллион һум сарыф ителгән.


Вернуться назад