2021 йылдың июль-авгусында XI Бөтә донъя уйындары буласаҡ. Был сараны үткәреүгә дәғүә иткән ҡалалар араһында Өфө лә бар.
Ошоға бәйле Ойоштороу комитетының ултырышын Рөстәм Хәмитов алып барҙы. Республика етәксеһе сара айҡанлы баш ҡаланы йәнә нығыраҡ төҙөкләндереү, инвесторҙар йәлеп итеү мәсьәләһенә туҡталды, алда торған төп бурыстарҙы билдәләне:
– Башҡортостан халыҡ-ара кимәлдәге спорт ярыштарын уҙғарыу буйынса бай тәжрибә туплаған. Беҙгә 31 июлгә ҡәҙәр Бөтә донъя уйындарының Халыҡ-ара ассоциацияһының штаб-фатирына документтарҙы тәҡдим итергә кәрәк. Бының өсөн әҙерлек 2012 йылдан уҡ бара. Был хоҡуҡты яулау өсөн ышанысыбыҙ ҙур. Бынан ике йыл элек килгән Бөтә донъя уйындары делегацияһы беҙҙең спорт һәм матди-техник базаға, тупланған тәжрибәгә юғара баһа бирҙе, – тине Рөстәм Зәки улы.
Бының өсөн беҙҙә уңайлы шарттар бар. 25 спорт ҡоролмаһы халыҡ-ара талаптарға яуап бирә. Улар – “Динамо”, “Биатлон”, “Өфө-Арена”, Спорт һарайы, “Первушино” аэродромы, “Нефтяник” бассейны, “Аҡбуҙат” ипподромы... Бынан тыш, йәнә биш объект, шул иҫәптән ике мең тамашасыға иҫәпләнгән күп функциялы уйын залы һәм еңел атлетика манежы төҙөргә кәрәк. Уйындарҙа йөҙҙән ашыу ил спортсыларының ҡатнашыуы көтөлә.