“Спартак” Англияға барасаҡ04.06.2014
Һай, үҙебеҙҙекеләр! Бер ерҙә лә “мах” бирмәйҙәр ҙә инде. Сочиҙа футбол буйынса интернат, балалар йорттары араһында үткән Бөтә Рәсәй асыҡ финал уйындарында Бөрө ҡалаһының “Спартак” командаһы гол артынан гол индерҙе. Һөҙөмтәлә илдең төрлө ҡалаларынан килгән 22 команда араһында 14 – 16 йәшлек яҡташтарыбыҙ турнирҙың төп призын эләктерҙе, ә 11 –13 йәшлек малайҙар көмөш миҙал яуланы.


Кисә Башҡортостан Президенты вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Хәмитов Өфөлә ошо шәп уйынсылар менән осрашты, уларҙы ҙур еңеүҙәре менән ихлас ҡотланы.
Рөстәм Зәки улы үҫмерҙәрҙең киләсәккә хыялдары менән ҡыҙыҡһынып, уларҙың ысын футболсы булырға теләүен белгәс:
– Бының өсөн етди шөғөлләнергә кәрәк, – тине.
Бөгөн Бөрөлә футбол майҙансығы юҡ икән. Республика башлығы был мәсьәләне хәл итергә ярҙам итәсәген белдерҙе. Командаға формалар, ҡорамалдар алыу өсөн сертификат тапшырҙы. Үҫмерҙәр иһә Рөстәм Зәки улына Сочиҙағы еңеү билдәһе булған туп бүләк итте.
Тиҙҙән “Спартак” егеттәре Англияға йәнә турнирға юлланасаҡ.



Вернуться назад