Быйылғы миҙгел йомғаҡтары буйынса “Торос” командаһы Юғары хоккей лигаһында икенсе урын яуланы һәм көмөш миҙалға лайыҡ булды. Награданы тапшырыу һәм хоккей миҙгелен рәсми ябыуға арналған тантана спорт байрамына әйләнде.
Сара яҡты донъянан иртә киткән өлкән тренер Альфред Йоносовты бер минут тороп иҫкә алыуҙан башланды. Нефтекамала хоккейҙы үҫтереүгә күп көс һалыусы булараҡ ҡала тарихында лайыҡлы урын биләргә хоҡуҡлы ир-уҙамандың миҙалы уның улы Тимурға тапшырылды.
“Торос” уйынсыларының, тренерҙары һәм хеҙмәткәрҙәренең икенсе урын өсөн көмөш миҙалдарҙы, Юғары хоккей лигаһының даими чемпионатта һәм уны асыуҙағы еңеүҙәр өсөн кубоктарҙы Лиганың идарасы директоры Герман Скоропупов, төп бағыусыһы “Урал” мәрхәмәтлек фондының генераль директоры Евгений Лохов ҡулынан алыуы ла күп нәмә тураһында һөйләй. Был, етәкселәр билдәләүенсә, Нефтекама хоккейсыларының рәттән бишенсе миҙгелде миҙалдар менән тамамлауы ҙур уңыш ул. Республикабыҙҙың төп командаһы “Салауат Юлаев”тың да быйыл шулай уҡ көмөш миҙалға лайыҡ булыуында күптән түгел генә “Торос”та уйнағандарҙың өлөшө лә баһалап бөткөһөҙ.
Ете номинацияла команданың алдынғы уйынсылары билдәләнде. Илья Суслопаров – иң ышаныслы һаҡсы, Каспарс Саулиетис – иң шәп һөжүм итеүсе, Павел Володин – иң ҡыйыу, Павел Доронин – иң файҙалы, Станислав Гәрәев – иң яҡшы йәш уйынсы, Кирилл Полозов плей-оффтың иң яҡшы бомбардиры тип билдәләнде. “Тамашасы һөйөүе” призы капитан Анатолий Степановҡа бирелде.
Заманында ике тапҡыр Олимпия һәм һигеҙ тапҡыр донъя чемпионы булған легендар совет хоккейсыһы Борис Петрович Михайловтың ҡотлауын спортсылар һәм көйәрмәндәр бик йылы ҡабул итте.
“Торос” хоккейсыларын сираттағы уңыштары менән халыҡ-ара йыһан станцияһынан уның бортинженеры, Рәсәй космонавт-тикшеренеүсеһе Олег Артемьевтың ҡотлауы ысын мәғәнәһендә үҙенсәлекле булды. Олег Германович команданың көйәрмәне, уның уйындары менән даими ҡыҙыҡһынып тора, орбитаға үҙе менән клубтың вымпелын да алған.
Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта, Нефтекама ҡала хакимиәте башлығы Рәшит Дәүләтов үҙ сығыштарында хоккейсыларға йылы һүҙҙәр әйтеп, уларға яңынан-яңы уңыштар теләне.
Үҙ сиратында “Торос” клубы ла буш ҡалманы. Миҙгел барышында үткәрелгән төрлө конкурстарҙа иң әүҙем ҡатнашыусылар иҫтәлекле бүләктәр алды.
Ансар Нуретдинов,
“Башҡортостан”дың
үҙ хәбәрсеһе.