19 йәшлек чемпион28.05.2014
19 йәшлек чемпион
Икеләтә ҡыуаныс килтерҙе хоккей буйынса быйылғы донъя чемпионаты. Белоруссияның Минск ҡалаһында уҙған турнирҙа Рәсәй командаһы чемпион исемен яулаһа, улар араһында “Салауат Юлаев” клубының өс уйынсыһы ла бар ине. Ҡотлайбыҙ!


19 йәшлек чемпионФиналда беҙҙең ил хоккейсылары, финдарҙы 5:2 иҫәбенә ҡыйратып, үҙҙәрен донъяла йәнә иң көслөһө тип танытты. Юлаевсылар – ҡапҡасы Андрей Василевский, һаҡсылар Андрей Зубарев менән Александр Кутузов – йөҙөбөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәне. Етмәһә, ҡапҡасыбыҙ 19 ғына йәшендә шундай мәртәбәле исемгә лайыҡ булды. Йәл, киләһе миҙгелдән Андрей океан аръяғында НХЛ-да сығыш яһаясаҡ.
19 йәшлек чемпион


Вернуться назад