Һай, Башҡортостан егеттәре, ҡыҙҙары!28.05.2014
Ошо көндәрҙә Волга буйы федераль округының “Туриада-2014” спорт-туристик лагерындағы конкурс программаһына йомғаҡ яһалды. Бындай сараны үткәреү башланғысын былтыр Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич тәҡдим иткәйне.


Төбәктәрҙәге туристик брендтар менән таныштырыу бәйгеһе конкурсанттарҙың туристик сығанаҡтар тураһындағы белемен, ҡунаҡтарҙы йәлеп итеү һәләтен күрһәтте. Абруйлы баһалама комиссияһы 14 делегацияның сығышын ҡараны. Һөҙөмтәлә беренсе урынды Һарытау өлкәһе командаһы яуланы. Унан ҡала Мари Иле, Мордовия һәм Түбәнге Новгород өлкәһе вәкилдәре килә.
“Яратам һине, Волга буйы” фотоконкурсында Сыуашстан беренсе урынды алды. Удмурт Республикаһы — икенсе, Түбәнге Новгород өлкәһе — өсөнсө баҫҡыста.
Сараға ярашлы, командалар Балаков ҡалаһында һыуҙа байдаркала ярышты, шулай уҡ “Хвалынский” тау саңғыһы курортында велосипедта йөрөүҙә көс һынашты.
Республикабыҙ вәкилдәре лә һынатманы. Егеттәр араһында беренсе һәм икенсе урындарҙы Башҡортостандан Станислав Тимофеев менән Савелий Роскошный, Тимур Смирнов менән Илья Овчинников яуланы. Өсөнсө урында — Татарстан командаһы. Ҡыҙҙар араһындағы ярыштарҙа алдынғылыҡты Пермь крайынан Виталия Рудакова менән Анастасия Канцлер алһа, икенсе урынды – Башҡортостандан Екатерина Шәрипова менән Екатерина Шалагина, өсөнсөнө Ырымбур өлкәһенән Ольга Татарникова менән Василиса Мацвай яуланы.
Велосипедта фигуралы йөрөүҙә егеттәр араһында Татарстандан Марат Зиятдинов, ҡыҙҙарҙан Сыуашстандан Валентина Винокурова беренсе булды.



Вернуться назад