Күңелле мәшәҡәттәр тыуҙы27.05.2014
Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов “Спорт-Экспресс” гәзите хәбәрсеһе менән әңгәмәлә “Өфө” футбол командаһын артабан үҫтереү йәһәтенән тәүге аҙымдар хаҡында һөйләне.


— Футбол һеҙҙең өсөн төп спорт төрөмө?
— 50 йыллыҡ стажы булған көйәрмәнмен. “Өфө”нөң бер генә уйынын да ҡалдырмайым. Стадионға бара алмаһам, телевизор аша йә Интернеттан ҡарайым. Әйткәндәй, хәл иткес матч осоронда Мәскәүҙә инем. Был ваҡиға айҡанлы беренсе булып “Газпром” башлығы Алексей Миллер ҡотланы.
— Премьер-лигаға сыҡҡан өсөн команданы Хөкүмәт наградалары менән бүләкләргә йыйынаһығыҙмы?
— Минеңсә, кубок алғанда йәки чемпионатта еңгәндә генә награда тапшырырға кәрәк. Әлегеһе — күсеү уйындары ғына. Беренсе урындан премьер-лигаға сыҡһалар, уйланырға урын булыр ине. Шулай ҙа егеттәр афарин! Яңыраҡ ҡына икенсе дивизионда уйнаған төп спортсылар — хәҙер премьер-лигала.
— Инфраструктураны артабан үҫтереү маҡсатында республика Хөкүмәте ниндәй саралар күрә?
— Ҡыш 18 мең тамашасыға иҫәпләнгән “Нефтсе” стадионында реконструкция тамамланырға тейеш. Барыһы ла декабргә әҙер булыр тип иҫәп тотабыҙ. Ситтән килгән көйәрмәндәр темаһы ла күтәрелә. Милли футбол лигаһына кәмендә 30 кеше килә торғайны. Хәҙер “Спартак”тан ғына бер мең көйәрмәндең килеүе күҙаллана. “Динамо” стадионы өсөн был сетерекле мәсьәлә. Өҫтәмә металл конструкциялар эшләргә тура киләсәк. Хәл ителмәҫлек мәсьәлә түгел. Республика ҡеүәтле, ҙур һәм алға киткән төбәктәрҙең тәүге тиҫтәһенә инә. Юғары кимәлдәге хоккейлы, футболлы, волейболлы төбәктәр күп түгел. Беҙ был йәһәттән иң яҡшы бишәү иҫәбендәбеҙ.
— Киләһе миҙгелдә “Өфө” командаһын өҫтәмә финанслау өсөн “Газпром” йәки “Башнефть” кеүек ҙур компанияларҙы йәлеп итеү ҡараламы?
— “Газпром” менән бәйләнеүебеҙ икеле. Уларға “баҫым” былай ҙа ҙур. Башҡа йүнәлештәрҙә эш алып барабыҙ. Төп инвесторҙар менән осраштыҡ. Абруйлы бағыусыһыҙ премьер-лигала ҡыйын буласаҡ, әлбиттә. Мәсьәләне хәл итеү юлдарын ҡарайбыҙ.




Вернуться назад