“Һеҙҙең еңеүгә ышандыҡ!”27.05.2014
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов “Өфө” футбол клубы уйынсылары һәм тренерҙары менән осрашып, уларҙы Рәсәй премьер-лигаһына сығыуы менән ҡотланы.

— Барыбыҙ ҙа һеҙҙең еңеүгә ышандыҡ — афарин, егеттәр! — тине Рөстәм Зәки улы. — Барлыҡ футбол яратыусылар республика командаһының Премьер-лигаға сығыуы менән ифрат ҡәнәғәт. Шулай ҙа был — эштең яртыһы ғына әле. Хәҙер инде барлыҡ көстө туплап, августа уҙасаҡ төп уйындарға әҙерләнә башларға кәрәк.
Осрашыу барышында футболды киң үҫтереү хаҡында һүҙ булды. Был йәһәттән республикала яңы стадиондар төҙөү, ошо спорт төрөнә балаларҙы күпләп йәлеп итеү йәһәтенән ҙур эштәр башҡарыла.
— Быйыл “Нефтсе” стадионын яңыртыу тамамлана, — тине Рөстәм Хәмитов. — Унда спорт мәктәптәре лә буласаҡ. Өҫтәүенә октябрҙә командалар өсөн яҡшы күнекмә базаһының сафҡа инеүе көтөлә.
Осрашыу һуңында спортсылар Башҡортостан Президентына “Өфө” клубы уйынсылары һәм тренерҙарының фотоһүрәттәре ҡуйылған футбол тубы бүләк итте.
Ошо уҡ көндә “Динамо” стадионында Рөстәм Хәмитов һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгәндәр араһында ойошторолған спартакиаданың йомғаҡлау өлөшөндә ҡатнашты.




Вернуться назад