Бәһлеүән24.05.2014
Бәһлеүән
Николай Валуевтың исеме һәр кемгә яҡшы таныш. Урыҫ бәһлеңәне, Көнсығыш йыртҡысы, Коля-Кувалда - бына уның бөтә донъяға билдәле ҡушаматтары. Батыр йөрәкле һуғышсы, күңеле менән романтик, яҡындары һәм туғандары өсөн ышаныслы кеше ул.


Николай Валуев 1973 йылда Ленинград ҡалаһында тыуа. Ата-әсәһе малайҙы шул тиклем мөһабәт булып үҫер тип күҙ алдына ла килтермәй, сөнки улар икеһе лә уртаса буйлы була. Балалар баҡсаһында уҡ Коля тиҫтерҙәренән бер башҡа оҙонлоғо менән айырыла. Ә беренсе класта хатта уҡытыусыһынан да аша ҡарап тора. Шуға ла уны тәүҙә баскетбол секцияһына биреүҙәре ғәжәп түгел.
Был спорт төрөндә Валуев һиҙелерлек уңыштарға өлгәшә: кесе йәштәге үҫмерҙәр араһында ил чемпионы булып таныла. Бынан тыш, егет еңел атлетика менән дә мауыға, диск ырғытыу буйынса спорт мастеры дәрәжәһен ала.
Егерме йәшендә Валуев, профессиональ баскетболист булыуына ҡарамаҫтан, көтмәгәндә бокс секцияһына күсә һәм ярты йыл тигәндә спорт мастерлығына нормативты үтәй.
Күптәр Валуев ҡурҡыныс, уҫал тип уйлай. Әммә спортсы һис тә ундай кеше түгел. “Дәғүәселәрем мине күреүҙән үк шөрләһә лә, тәү ваҡытта бигерәк йомшаҡ күңелле инем”, – ти боксер үҙе был хаҡта. 53 тапҡыр алышҡа сыҡҡан бәһлеүән бары ике тапҡыр ғына еңелә, Рәсәй, Паназиат бокс ойошмаһы версияһы, WBA версияһы буйынса үтә ауыр спортсылар араһында донъя чемпионы булып таныла.
Әлбиттә, даими күнекмәләрҙә, ярыштарҙа йөрөп, спортсының шәхси тормошона ваҡыты ҡалмай. Шулай бер мәл уны дуҫтары ҡунаҡҡа саҡыра. Унда Коля буласаҡ ҡатыны Галина менән таныша. Ҡыҙыҡай һәр ваҡыт тәрилкәһенә ризыҡ һалыуы менән уның иғтибарын йәлеп итә. Йәштәр дуҫлашып йөрөй башлай һәм бер аҙҙан гөрләтеп туй уҙғара.
Хәҙер Николай менән Галина ун биш йылдан ашыу бәхетле, татыу ғүмер кисерә. Уларҙы ныҡлы ғаилә тип кенә түгел, ә ғәжәп үҙенсәлекле ир һәм ҡатын булараҡ та беләләр. Буйының оҙонлоғо ике метр ҙа ун өс сантиметр булған бәһлеүән янында Галина ҡурсаҡ кеүек кенә күренә. Николай буш ваҡыттарында һунарға, балыҡ тоторға йөрөй, аш-һыу әҙерләргә лә әүәҫ. Ә Галина күберәк өйҙә балалар тәрбиәләү менән мәшғүл. Ғаиләлә өс бала үҫә.
Әлбиттә, тормош тик бәхетле һәм уңышлы миҙгелдәрҙән генә тормай. Көндәрҙең береһендә йорт хужаһының мейеһендә шеш барлығы асыҡлана. Николайға спорттан китергә тура килә. Ярай әле ауырыуҙың тәүге билдәләре генә була, операция уңышлы үтә.
Шулай ҙа спортсы юғалып ҡалмай. 2009 йылда Питерҙа үҙенең бокс мәктәбен, бер аҙҙан Николай Валуев исемендәге шәфҡәтлелек фонды булдыра. Шулай уҡ ул – Дәүләт Думаһы депутаты ла.
Кинола һәм шоу-бизнеста ла Николайҙың ярайһы уҡ тәжрибәһе бар, эше уңышлы бара. Тамашасылар уны “Ташбаш”, “Еңеү”, “Ҡағиҙәһеҙ алыш” кеүек картиналарҙа йылы ҡабул итте. Былтыр “Блокаданы йырырға” тигән документаль фильм донъя күрҙе. Унда Николай алып барыусы ролен башҡара. Бынан тыш, боксер журналист булараҡ та танылды. Бөгөн ул “Спорт радиоһы” тапшырыуын алып бара, “Форт Боярд” телевизион программаһында ла уны халыҡ йылы ҡабул итте.


Вернуться назад