Йүгерһәң, сәләмәт булырһың24.05.2014
Шаран районында еңел атлетика буйынса 13 тапҡыр Паралимпия чемпионы Рима Баталованың “Спорт легендаһы” VI район-ара еңел атлетика кросы үтте.


Ярыштарҙа Архангел, Баҡалы, Мишкә, Туймазы, Шаран һәм башҡа райондарҙан 700-ҙән ашыу спортсы ҡатнашты. Быйыл сара Рима Баталованың “Милләт йәштәре” төбәк йәмәғәт фондының “Сәләмәтлек орбитаһы” хәйриә программаһына ярашлы уҙғарылды. Уны ойоштороуға “МегаФон” компанияһы, Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт, Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлыҡтары тос өлөш индерҙе.
Был көндө Шаран йылғаһы буйындағы махсус әҙерләнгән трассала йүгереү ойошторолдо. Стартҡа иң беренсе булып балалар баҡсалары сыҡты.
— Ярыш географияһы йылдан-йыл киңәйә. Балаларҙы кескәй саҡтан уҡ спортҡа һәм сәләмәт тормошҡа йәлеп итергә кәрәк. Шул саҡта йәш быуын һау-сәләмәт буласаҡ, — тине Рима Баталова.
Шаран районы хакимиәте башлығы Илгиз Сәмиғуллин иҫтәлекле спорт байрамының тап ошо төбәктә уҙғарылыуына һәм уның йәштәрҙе күпләп йәлеп итеүенә ҡыуанысын йәшермәне.




Вернуться назад