Башҡорт футболының даны арта24.05.2014
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов “Өфө” футбол клубы спортсыларына һәм тренерҙарына, Рәсәй футболы премьер-лигаһына сығыуҙары менән ҡотлап, телеграмма ебәрҙе. Өфө футболсылары бер нисә матч һөҙөмтәләре буйынса “Томь” клубын еңде.

Төбәк башлығының телеграммаһында былай тиелә:
“Хөрмәтле дуҫтар!
Башҡортостандағы барлыҡ көйәрмәндәр исеменән һәм шәхсән үҙемдән һеҙҙе, тренерҙар штабын, клубтың бөтә уйынсыларын һәм хеҙмәткәрҙәрен Рәсәй премьер- лигаһына сығыу айҡанлы ихлас ҡотлайым!
Юғары оҫталыҡ, батырлыҡ һәм ихтыяр көсө һөҙөмтәһендә һеҙ еңеү яуланығыҙ һәм Рәсәй футболы элитаһына индегеҙ. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә республика ҙур футболды үҫтереүҙә әһәмиәтле аҙым яһаны һәм футбол яратыусы төбәк исемен ҡайтарҙы. Башҡортостан ошо уңышты нығытыу, тейешле футбол инфраструктураһын ойоштороу һәм спорттың популяр төрөн үҫтереүҙә өр-яңы аҙым яһау өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләйәсәк. Һеҙгә һаулыҡ, уңыштар, республика һәм ватан спорты даны хаҡына яңынан-яңы сағыу еңеүҙәр теләйем!”

***
“Өфө” футбол клубының баш тренеры Игорь Колыванов менән телефон аша һөйләшкәндә лә республика Президенты команданы ҙур еңеү менән ҡотланы һәм уңыштар теләне.
— Рәсәй премьер-лигаһына сығыу — республика, Өфө һәм бөтә Башҡортостан футболын үҫтереү өсөн башҡарылған ғәйәт ҙур эш ул, — тине Рөстәм Хәмитов.
— Беҙ бер нисә йыл эсендә Өфөлә ошондай клубты ойоштороп, премьер-лигаға сығыу кеүек ҡатмарлы бурысты тормошҡа ашырған кешеләр өсөн шатбыҙ, — тине Игорь Колыванов.




Вернуться назад