Быков ғәйеплеме?19.01.2012
"Салауат Юлаев" хоккей командаһы аҙна барышында Мәскәүҙең "ЦСКА" һәм Словакияның "Лев" командалары менән көс һынашты. Турнирҙың аҫҡы яғында килгән был икәү күрһәткән ҡаршылыҡҡа чемпион әҙер булмай сыҡты: әгәр ЦСКА беҙҙе 3:1 иҫәбе менән отһа, "Лев" овертаймда ғына "баш эйҙе".
"ЦСКА" еңелеүҙәр серияһынан һуң ҡабаттан "уянды", буғай. Әйткәндәй, декабрь айындағы уңышһыҙлыҡтарҙа улар, нисек кенә сәйер яңғырамаһын, "Салауат"тың элекке баш тренеры Вячеслав Быковты ғәйепләне. Йәнәһе, уның "ЦСКА"-ға ҡайтыуы тураһындағы имеш-мимештәр командаға насар тәьҫир итә. Әммә "Салауат" менән осрашыуға тиклем Мәскәү командаһы рәттән ике тапҡыр еңде. Ә был юлы Юлиус Шуплер командаһы юлаевсыларҙы ҡыйратыуға өлгәште.
Ә бына Попрадтағы уйын ике яҡ өсөн дә көсөргәнешле башланды. Берәү ҙә еңелергә теләмәне. "Салауат" үткән уйынындағы уңышһыҙлыҡ өсөн көйәрмәндәре алдында ғәфү үтенергә теләһә, "Лев"тың хәле тағы ла мөшкөлөрәк ине: ул яңы йылда бер еңеү ҙә яулай алманы. Шуға ике команда ла әүҙем һөжүм итте. Капитан Виктор Козлов менән Андрей Таратухиндың, ниһайәт, йәрәхәттәренән төҙәлеп боҙға сығыуы ла өҫтәмә көс бирҙе. Әйткәндәй, Попрадтағы боҙ майҙансығы Рәсәйҙәгенән бәләкәйерәк булыуға ҡарамаҫтан, беҙҙекеләр уға тиҙ ҡулайлашты. Ҡапҡасы Никита Давыдов та ышаныслы уйыны менән ҡыуандырҙы. Беренсе осор аҙағына иҫәп тигеҙ булһа, икенсеһендә "Салауат" алға сығыуға өлгәште. Ә өсөнсө осорҙа юлаевсылар "Лев"ҡа бөтөнләй тынғы бирмәне: улар һөжүм итеү түгел, йыш ҡына үҙ яғынан да сыға алманы. Шуға ҡарамаҫтан, ниндәйҙер мөғжизә менән Попрад командаһы иҫәпте тигеҙләүгә өлгәште. Тик овертаймда юлаевсылар көслөрәк булып сыҡты: тәжрибәле Виктор Козлов биргән шайбаны Юрий Трубачевҡа ҡапҡаға ырғытырға ғына ҡалды.
З. РӘШИТОВ.


Вернуться назад