“Өфө” премьер-лигаға ынтыла20.05.2014
“Өфө” премьер-лигаға ынтыла
“Динамо” стадионында тарихи матч булды: Башҡортостандың спорт йылъяҙмаһында тәүге тапҡыр “Өфө” футбол клубы Рәсәй премьер-лигаһы вәкилдәре менән көс һынашты.

Бындай ярыштар өсөнсө миҙгел уҙғарыла. Еңеүселәр киләһендә юғары кимәлгә сығыу хоҡуғын ала. Әлеге матчта Томскиҙың тәжрибәле “Томь” командаһы өфөләргә ҡаршы сыҡты. Алыштың өсөнсө минутында уҡ хужалар пенальтиға эйә булды, һәм команданың иң яҡшы бомбардиры Дмитрий Голубов мөмкинлектән файҙаланды. Биш минут үтеүгә тағы ла бер уңышҡа өлгәштек. Ә инде ярты сәғәттән “Өфө” 3:0 иҫәбе менән алға сыҡты.
Был уйында Милли футбол лигаһы командаһы Юғары лига уйынсыларын тәүге тапҡыр ҙур иҫәп менән еңде.


Вернуться назад