Сәмде ҡайҙан ала сиҙәмдәр?20.05.2014
Сәмде ҡайҙан ала сиҙәмдәр?
“Вика, бирешмә! Йыға һуҡ!” Көйәрмәндәрҙең ҡеүәтләүен ишетеп, Виктория Климкина ҡапыл һөжүмгә күсте һәм дәғүәсеһенә һуғып ебәрҙе. Уныһы, сайҡалып китеп, рингтың мөйөшөнә “гөрҫ” итеп барып төштө. Тағы ла бер еңеү!


Еңеүһеҙ ҡайтҡандары юҡ
Кикбоксинг буйынса Бөтә Рәсәй чемпиондарын тәрбиәләгән Сиҙәм урта мәктәбе уҡыусыларының сираттағы алышын ҡарап, бында ысынлап та спортҡа ҙур иғтибар бүленеүен аңлайһың. Кикбоксинг – иң тәүҙә үҙ-үҙеңде яҡлай белеү сәнғәте. Ул тормош ауырлыҡтары алдында ҡаушап ҡалмау, ғәҙәттән тыш хәлдәргә әҙер булыу сифаттарын тәрбиәләй, үҙеңде ышаныслы тоторға ярҙам итә, ти спортсылар. Көнсығыштан таралған был спорттың бер нисә төрө билдәле.
Сиҙәм мәктәбе уҡыусыларын сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыу менән тәжрибәле педагог Рөстәм Мәүлетдинов мәшғүл. Егерме йылдан ашҡан эшмәкәрлегендә ул тәүҙә бокс түңәрәге алып барған, унан, кикбоксингты үҙ итеүселәр күбәйгәс, спорттың көс һәм таһыллыҡ талап иткән ошо төрөн өйрәтеүгә ныҡлап тотонған. Рөстәм Нурислам улының ҡул аҫтында 40-тан ашыу кеше шөғөлләнә. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: был белем усағында кикбоксингты элек-электән гүзәл зат вәкилдәре лә үҙ итә. Йәш спортсыларҙың грамота, миҙал һәм кубоктарының күплегенә хайран ҡалырлыҡ! Донъя, ил, республика, район кимәлендә үткәрелгән ярыштарҙан Сиҙәм спортсыларының еңеүһеҙ ҡайтҡаны юҡ. Мәҫәлән, Вадим Ғүмәров, Анвир Сөләймәнов, Елена Байраҡаева күптән түгел Бөтә Рәсәй чемпионы титулын яулаһа, Виктория Климкина ике тапҡыр ил чемпионы булған.

Сәмде ҡайҙан ала сиҙәмдәр?Бер башлағас, ташламаҫ
Йәш быуында сәләмәт тормошҡа, спортҡа ҡарата һөйөү тәрбиәләүҙә физкультура уҡытыусыһы Салауат Хамматовтың да өлөшө баһалап бөткөһөҙ. 1985 йылда Күмертау физкультура техникумын тамамлаған егет бөгөн районда иң күп спортсы тәрбиәләгән абруйлы тренер булараҡ билдәле. Көндәлек дәрестәрҙән тыш, ул волейбол, өҫтәл теннисы, баскетбол, гер күтәреү буйынса секциялар ҙа үткәрә. Уның тәрбиәләнеүсеһе Илнур Вәлиев – волейбол буйынса республика йыйылма командаһы ағзаһы, ә Руслан Рахманғолов – өҫтәл теннисы буйынса төбәк чемпионы.
– Әлбиттә, уҡыусыларҙың барыһы ла ҙур ҡаҙанышҡа өлгәшә алмай. Шулай ҙа спортҡа үҙҙәре теләп килгән балалар менән даими шөғөлләнеү үҙ һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмай. Маҡсатым – һәр уҡыусыға «Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух» тигән хәҡиҡәтте төшөндөрөү. Спортты һайлағандар был юлды барыбер ташламаясаҡ, – ти Салауат Хамматов.

Сәмде ҡайҙан ала сиҙәмдәр?Шундай ҡыҙҙар ҙа бар!
Ә бына IX класта уҡыған Гөлзәминә Әхмәтйәнова ҡыҙҙарҙан бер үҙе гер күтәреү спорты менән шөғөлләнә. Тренеры Салауат Хамматов әйтеүенсә, унда көслө ихтыяр, сәм бар.
Башта ҡыҙҙың был шөғөлдө үҙ итеүенә ышанмайыраҡ торҙом, бер аҙ ғәжәпләндем дә. Әммә баш дәүмәлендәге герҙе “һә” тигәнсе күтәргәнен күргәс, аптырыуымдың сиге булманы.
– Ҡыҙыҡ өсөн генә башлағайным, тора-бара был спортҡа ҡарата һөйөүем артты, – тип йылмайҙы Гөлзәминә. – Район ярыштарында минең кеүек ҡыҙҙарҙың да ҡатнашыуы иһә дәртте, сәмде тағы ла арттырҙы.
Ысынлап та, алдыңа ҡуйған маҡсатыңа еңеү сәме өҫтәлгәндә генә, ниндәйҙер уңышҡа өлгәшергә мөмкин: бөгөн Гөлзәминә Әхмәтйәнова – үҙ ауырлығында гер күтәреү буйынса район чемпионы.
Ҙур спортҡа юл мәктәптән башлана. Уҡыу йортонда уға һөйөү тәрбиәләнә, уңайлы шарттар булдырыла, теләк-маҡсаттар үҫтерелә икән, еңеүҙәр ҙә оҙаҡ көттөрмәҫ.


Вернуться назад