Боҙҙа сыныға үҫмерҙәр20.05.2014
— Тағы лысма һыу булып ҡайтҡан, эх, шул сәкәнеңде… – тип орошоп ҡаршы алды әсәй. Ул хаҡлы: быйманан алып бүректең бауына тиклем боҙға әйләнгәйне. Әммә ҡәҙерле кешемдең әрләүе бер ҡолаҡтан инеп, икенсеһенән шунда уҡ сығып китте, сөнки күңелдә ғорурлыҡ тойғоһо тантана итә: һыртҡы урам малайҙарын 7:3 иҫәбенә тағы еңдек бит!

Үҫмерҙәр араһында “Алтын шайба” Бөтә Рәсәй ярыштары Салауат ҡалаһында үтте. Малайҙарҙың күҙҙең яуын алырлыҡ кейемдәренә, ҡиммәтле йыһаздарға төрөнгән мөһабәт боҙ һарайында уйнауҙарына көнләшеп, сәмдәренә һоҡланып ултырҙым. Ҡоро еректән яһалған сәкән таяғы, шайба урынына шыуған боҙ киҫәге һәм коньки ролен башҡарған быйма калушының нимә икәнен дә белмәй улар, әммә уйын йылға боҙонда үтһенме, ҙур һарайҙамы, бер кемде лә битараф ҡалдырмай икән: уйынсылар ҙа, көйәрмәндәр ҙә гөж килә, бер-береһен дәртләндерә.
…Илдә һуңғы йылдарҙа спортҡа иғтибар артҡандан-арта. Кескәй генә уйындар ҙа айырыуса әһәмиәткә эйә. Әммә быға ҡыуанырға ғына кәрәктер, ни тиһәң дә, буласаҡ чемпиондар нәҡ шул “ихата уйындары"нан, “бал-саға ярыштары"нан сыға түгелме?!
Әйткәндәй, күптән түгел Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич, илдең Хоккей федерацияһы президенты Владислав Третьяк һәм “Алтын шайба” Бөтә Рәсәй үҫмер хоккейсылар клубы президенты Владимир Петров араһында төҙөлгән килешеү ҙур әһәмиәткә эйә.
Уйынға әйләнеп ҡайтҡанда, Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиленең махсус кубогын Түбәнге Новгородтан килгән “Ҡыҙыл ҡанаттар” командаһы яуланы.



Вернуться назад