Илвир Хужин да уларҙыҡы20.05.2014
Илвир Хужин да уларҙыҡы
Юғары уҡыу йорттарының ҡайһы залында йәки бүлмәһендә ут иң аҙаҡтан һүнә тип уйлайһығыҙ? Спорт залында тиһәгеҙ, яуабығыҙ дөп-дөрөҫ булыр. Һәр хәлдә, Башҡортостан дәүләт аграр университетының спорт залында йәнлелек кискә табан арта ғына.

Был уҡыу йортонда спорттың 30 төрө буйынса меңдән ашыу студент шөғөлләнә. Уларҙы майҙансыҡтарҙа ла күрергә мөмкин, стадионда ла күҙәтергә була, күптәрен тренажер залдарында күнекмә үткәргән мәлдәрендә осратаһың. Хәйер, шаулы һәм йәнле студент тормошоноң айырыл ғыһыҙ бер өлөшө ул спорт. Аграрсыларға шөғөлләнеү өсөн шарттар һәйбәт тип әйтеү генә аҙ: спорт комплексы, стадион, өс күнекмә, ике тренажер, бокс, көрәш, аэробика, гер күтәреү залдары — улар ҡарамағында. "Березка" спорт-һауыҡтырыу лагеры ла эшләп килә. Күнекмәләрҙе халыҡ-ара класлы спорт мастерҙары, атҡаҙанған тренерҙар, физик культура отличниктары үткәрә. Ныҡышмал булыуҙарының һәм таһыллыҡтарының һөҙөмтәһе ҡыуаныслы. Былтыр, мәҫәлән, 17 студентҡа "Рәсәйҙең спорт мастеры" тигән исем бирелде. Альберт Рәхмәтуллин иһә көрәш буйынса халыҡ-ара класлы спорт мастеры нормаһын үтәне. Әммә өлгәшелгәндәр менән сикләнмәй йәштәр. Илвир Хужинды ғына алайыҡ. Быйыл уҡыу йортоноң мәртәбәһен арттырҙы түгелме ни йәш спортсы! Сочиҙа Рәсәйҙең Олимпия йыйылма командаһы составында лайыҡлы сығыш яһаны энергетика факультеты студенты.
Илвир Хужин да уларҙыҡыУниверситет республика һәм ил кимәлендәге ярыштарҙа әүҙем ҡатнаша. Әйткәндәй, уҡытыусылар ҙа уҡыу йорто данын уңышлы яҡлай.
Республиканың юғары уҡыу йорттары универсиадаһында студенттарыбыҙ ике йыл рәттән беренселекте бирмәй. Был спорттың барлыҡ төрҙәре буйынса системалы үҫеш булыуын раҫлай. Былтыр Мәскәүҙә студенттар араһында ойошторолған Бөтә Рәсәй ярышында еңеү яулап, өсөнсө тапҡыр үҙенә тиңдәр юҡлығын раҫланы. Ҡышҡы биатлон буйынса ла шул уҡ һүҙҙәрҙе әйтергә мөмкин. Уҡыу йортоноң командаһы республика вуздары универсиадаһында биш тапҡыр чемпион титулын яуланы. Былтыр Рәсәйҙең ауыл хужалығы уҡыу йорттары араһында ойошторолған ярыштан иһә көмөш миҙал алып ҡайттылар. Бынан тыш, иҡтисад факультеты студенты Марина Яковлева донъя чемпионатында I урынды алыуға өлгәште.
Һуңғы йылдарҙа Башҡортостан дәүләт аграр университеты ысын мәғәнәһендә республиканың студент баскетболы үҙәгенә әүерелде. Аграрсыларҙың командаһы халыҡ-ара студент баскетболы лигаһында йыл да ҡатнашып килә. Төбәк ярыштарында ла ул алдынғылыҡты бирмәй. Ғөмүмән, йәштәрҙең ошонда уҡыған йылдары файҙалы һәм йәнле ваҡиғалар уртаһында ҡайнап үтә.

ҺҮРӘТТӘРҘӘ: күнекмә мәлендә.


Вернуться назад