Гагарин кубогы – Айбулатта20.05.2014
Гагарин кубогы – Айбулатта
“Берҙәм Рәсәй” партияһының “Балалар спорты” проекты нигеҙендә Республика башҡорт лицей-интернатында “СССР-ҙың беренсе космонавы Юрий Гагарин кубогы”на өҫтәл хоккейы буйынса финал уйындары булды.

Бәйгегә 2013-2014 йылдар турнирында ҡатнашҡан иң көслө уйынсылар йыйылды. Көсөргәнешле ярышта өсөнсө урынға Йылайыр районынан Ильяс Әхмәтшин лайыҡ булһа, Әбйәлил егете Мансур Ғәлләмов икенсе баҫҡысты яуланы. Ярыштың төп призы – билдәле космонавт исемен йөрөткән кубок – Белорет районынан Айбулат Сөләймәновҡа тапшырылды. Башҡортостандың Хәрби оҫталыҡ федерацияһы президенты, кикбоксинг һәм хәрби оҫталыҡ буйынса 24 тапҡыр донъя чемпионы Вил Ғабдуллин еңеүселәргә миҙалдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. “Дебют” балалар ижады үҙәгенең бүлек мөдире Л. Мөҙәрисова иһә уйындарҙа даими ҡатнашҡан спортсыларға грамоталар бирҙе.


Вернуться назад