“Һеҙгә ҡарап һоҡландыҡ!”17.05.2014
Өфөлә Олимпия парады үтте. Семен Елистратов, Руслан Захаров, Азат Ҡарасурин, Александр Давидович... Дәртле көй аҫтында Сочи ҡалаһында уҙған Ҡышҡы Олимпия һәм Паралипия уйындарында ҡатнашыусылар, уларҙың тренерҙары сәхнәгә күтәрелде.

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов уларҙы бөтә донъя халҡы ҡыҙыҡһынып күҙәткән сарала Рәсәй, Башҡортостан намыҫын уңышлы яҡлауҙары менән ҡотланы.
– Һеҙҙең сығыштарҙы күҙ ҙә алмай ҡараныҡ, уңыштарығыҙ өсөн ҡыуандыҡ. Олимпия һәм Паралимпия уйындарында 19 яҡташыбыҙ ҡатнашты. Был көндәрҙә беҙгә байрам кәйефе бүләк иттегеҙ. Ҙур рәхмәт! – тине.
Унан Рөстәм Хәмитов чемпиондар Семен Елистратовҡа, Руслан Захаровҡа, Азат Ҡарасуринға, Кирилл Михайловҡа Салауат Юлаев орденын һәм торлаҡҡа сертификат тапшырҙы. Тантанала шулай уҡ призерҙар, уларҙың тренерҙары, ата-әсәләренә лә бүләктәр, рәхмәт хаттары бирелде.
Семен Елистратов спортсылар исеменән республика етәксеһенә, көйәрмәндәргә, барлыҡ спорт һөйөүселәргә рәхмәт әйтте.


Вернуться назад