Башҡортостан спорты ярҙам итә25.04.2014
Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта менән уның урынбаҫары Алексей Новиков та Ҡырымдың Белогорск районында булып ҡайтты.

Сәфәр барышында министр төбәктең спорт инфраструктураһы менән танышты, йәштәр һәм спорт йәмәғәтселеге вәкилдәре менән осрашты, спорт комитеттарының эшен өйрәнде.
— Беҙ 20-гә яҡын ауылда 78 объектты, шул иҫәптән 38 майҙансыҡты, 36 спорт залын, дүрт стадионды, “Баланово” ял базаһын, Белогорскиҙағы балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбен ҡараныҡ, — тине ведомство етәксеһе. — Объекттарҙың күбеһе иҫкергән, ҡайһы берҙәренә байтаҡ аҡса йүнәлтеү талап ителә. Спорт мәктәбен нығытырға, ундағы спорт төрҙәрен үҫтерергә кәрәк. Өҫтәүенә районда бының өсөн ҡеүәт бар. Белогорьелағы бер нисә һыу һаҡлағыста һыу спорты төрҙәрен үҫтерергә мөмкин. Буран-Ҡая эргәһендә спорт туризмында файҙаланырлыҡ маршруттар етерлек. “Баланово” ял базаһында йыйындар осоронда спортсыларҙы урынлаштырыу өсөн шарттар тыуҙырырға кәрәк.
Сәфәр йомғаҡтары буйынса беҙҙең министрлыҡ менән Белогорск район дәүләт хакимиәте араһында партнерлыҡ килешеүе төҙөү тураһында һөйләшелде.



Вернуться назад