Һөнәре – шахтер, булмышы – көрәшсе18.04.2014
Һөнәре – шахтер, булмышы – көрәшсе
Хәйбулланың данлыҡлы улы Ғаззали Үтәшевтең тыуыуына 105 йыл тулыуға арналған милли көрәш бәйгеһендә Көньяҡ Уралдағы йөҙҙән ашыу спортсы ҡатнашты.

Бил бирмәҫ батыр Ғаззали Үтәшевтең даны быуындан быуынға күсеп йөрөй, уның оҫталығы келәм батырҙарына легенда булараҡ еткерелә. Элек ойошторолған бәйгеләрҙә район, ҡала көрәшселәре генә бил һынашһа, быйыл “Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты” ябыҡ акционерҙар йәмғиәте вәкилдәре лә ҡатнашты. Улар араһында бигерәк тә Рузил Солтанғужин үҙенең сослоғо менән айырылып торҙо.
Йылайыр районының Япарһаҙ ауылында тыуып үҫкән егет бәләкәйҙән көрәш менән шөғөлләнә. Тәүге тренеры Ринат Аҡҡужинға оло рәхмәтле ул. Башта район, аҙаҡ республика буйынса абсолют чемпион исемдәренә лайыҡ булды. Комбинаттың Октябрь ер аҫты руднигында шахтер булып эшләүендә лә ярҙам итә Рузилгә спорт менән дуҫ булыуы.
— Спорттың ниндәй генә төрө менән шөғөлләнһәң дә, ул беренсе нәүбәттә шәхестә ихтыяр көсө тәрбиәләүгә булышлыҡ итә. Артабан үҙ-үҙеңә ышаныу барлыҡҡа килә, түҙемлелек һәм сабырлыҡ кеүек сифаттар янына тәүәккәллек өҫтәлә, – ти батыр егет.
75 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында өсөнсө урынды яулаған “Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты” командаһының еңеүендә, һис шикһеҙ, Рузил Солтанғужиндың да өлөшө ҙур.


Вернуться назад