Башында – ҡамсат бүрек, иңендә – елән16.04.2014
– Әйҙә, биленән ал, биленән!
– Афарин!
Ишембайҙа милли көрәш буйынса “Юрматы батыры” тигән төбәк бәйгеһе ана шулай йәнле барҙы.

Салауат, Стәрлетамаҡ, Ишембай, Мәләүез, Стәрлебаш яҡтарынан йыйылған иң таһыллы егеттәр сәмләнеп алышты. Беренсе урынды үҙ ауырлыҡтарында Денис Сементев, Дамир Хәбиров, Айнур Собханғолов, Айнур Кинйәбаев (Стәрлебаш), Дамир Ишкинин, Айнур Собханғолов, Әмир Зәлиев, Фидус Намаҙов (Ишембай), Филүс Әҙелбаев, Илшат Рәмиев, Андрей Волков (Мәләүез), Ғәфүр Үтәгәнов (Ғафури) яуланы. Ә “Юрматы батыры” булып Айнур Собханғолов танылды. Айнур сығышы менән Стәрлебаш районынан, әле Ишембай нефть техникумында белем ала. Иң таһыллы егеткә башҡорт еләне, ҡамсат бүрек, билбау бүләк ителде.
Ярышты ойоштороуға Ишембай районы хакимиәте хеҙмәткәрҙәре, урындағы ҡоролтай ағзалары, Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы депутаты Марсель Йосопов ҙур көс һалған.


Вернуться назад