Бер нисә йыл инде Карина Хәкимова бадминтон менән шөғөлләнә. Осоп килгән волан тауышын ишетмәһә лә, ҡәҙимге балаларҙан бер ҙә ҡалышмай. Былтыр йәй VI Рәсәй уҡыусылар спартакиадаһында бронза миҙалға лайыҡ булһа, быйыл ишетмәгәндәр араһында беренселекте яуланы.
Шундай рух ныҡлығына эйә ҡыҙға ҡарайһың да иҫ-аҡыл китә. Күрәһең, тап ихтыяр көсө уны оло ҡаҙаныштарға этәрәлер. Юҡҡа ғына ошо көндәрҙә «Милләттең йәшлеге» тигән беренсе йәмәғәт премияһының лауреаты булып танылмағандыр ул. Ошондай уҡ бүләкте терәк-хәрәкәт аппараты имгәнгән спортсылар араһында йөҙөүсе Богдан Мозговой, һуҡырҙар һәм насар күргәндәрҙән Артур Сәйфетдинов алды. Әйткәндәй, был премияны ун өс тапҡыр Паралимпия чемпионы булған Рима Баталова булдырған.
Сочиҙағы Паралимпиадала Азат Ҡарасурин күптәрҙе таң ҡалдырғайны. Ул бер тауыш менән «Паралимпиада спортының өмөтө» тип баһаланһа, еңел атлетика буйынса сурдлимпиада чемпионы Юлиә Әбүбәкерова «Йыл асышы» тип табылды.
Был көндә ошондай балаларға оло ҡаҙаныштарға өлгәшергә ярҙам иткәндәрҙе лә бүләкләнеләр. «Чемпионды тәрбиәләү» номинацияһында Рәхимовтар ғаиләһе еңеп сыҡты. Камила, тыуғандан алып яҡты донъяны күрмәһә лә, һыуҙа балыҡтай яҡшы йөҙә. Ул шулай уҡ велосипедта һәм саңғыла йөрөй. Бынан тыш, ҡыҙ бына тигән итеп йырлай һәм фортепьянола уйнай. Был сараға килгән Рәсәй «йондоҙо» Диана Гурцкая Камиланың тауышын ишеткәс, үҙе ойошторған «Аҡ ҡул таяғы» фестивалендә ҡатнашырға саҡырҙы.
Тренерҙар Хәлил Шаммасов, Надежда Ғүмәрова, Ольга Бердышева ла «Чемпионды тәрбиәләү» премияһы менән билдәләнде.
Сарала ҡатнашҡан Өфө мэры Ирек Ялалов ҡалала инвалидтарға уңайлы мөхит булдырыу эшенең дауам ителәсәге – быйыл өс мең ярымдан ашыу объектта пандус ҡуйыласағы, иң мөһиме – психологик кәртәләрҙән азат булыу кәрәклеге хаҡында әйтте.