Матур төш кеүек елеп кенә үтте лә китте был плей-офф тигәндәре. “Салауат Юлаев”, Континенталь хоккей лигаһының финалына уҙа алмаһа ла, Рәсәй чемпионатының көмөш миҙалын яуланы. Күберәккә ымһынғайныҡ та, йә, булғаны менән хуш.
“Металлург” менән бишенсе осрашыуҙы шөбһәләнеп көттөк. Беренсенән, ул сит боҙҙа – Магнитогорскиҙа үтә, икенсенән, һуңғыһы булыуы ла ихтимал.
Матчтың мөһимлеге тәүге минуттарҙа уҡ һиҙелде: ике команда ла бик һаҡ эш итте. Берәү ҡағиҙәне боҙоп, штраф эскәмйәһенә ултырһасы! Уйын кем беренсе хаталаныр тигән кеүек барҙы. Әлдә беҙҙең шәп ҡапҡасыбыҙ Андрей Василевский бар!
Өс осор буйына ике яҡ та шайба индерә алманы. Тимәк, овертайм. Их, ул башланып ҡына өлгөрҙө, хужаларҙан Ярослав Хабаров уйынға – ярымфиналға – нөктә ҡуйҙы. Шуныһы күңелде йылыта: еңелһәк тә, оят түгел.