Их, үҙ боҙобоҙ өҫтөнлөгөнән файҙалана алманыҡ. Бөгөн – Магнитогорскиҙа бишенсе осрашыу, ә “Салауат Юлаев” упҡын ситендә тора, тиергә лә була.
Мозякинды туҡтаттыҡ тип ҡыуандыҡ та ул, ә беҙҙекеләрҙең оҫталығы юғалды. Күпселектә уңышлы уйнайбыҙ тип маҡтандыҡ та, һуңғы матчта бер осраҡтан да фәтүә сыҡманы. Ә бит мөмкинлек етерлек булды! Әлбиттә, ҡапҡасылар шәп торҙо, әммә ҡунаҡтарҙан Виктор Антипин гол индерергә әмәл тапты бит. 0:1 – шулай ҡоро ғына уҙҙы уйын.
Хәҙер юлаевсыларға бөгөн дә, иртәнән һуң да, һуңғы етенсе матчта ла тик еңергә генә ҡала. Бер абынһалар ҙа – хуш, “Гагарин кубогы”! Йә, батырлыҡҡа урын ҡалдымы икән?