Ҡоймаҡ гел майлы булмай09.04.2014
Бының шулай икәнен “Торос” уйынсылары үҙ елкәһендә татыны. Улар Юғары хоккей лигаһының төп бүләге “Братина кубогы” өсөн артабанғы көрәштән төшөп ҡалды. Ярымфиналдағы дәғүәсе – “Һары арҡа” командаһы көслөрәк булып сыҡты. Нефтекама боҙондағы ике уңышлы осрашыу уларға ҡанат ҡуйҙы шикелле. Карагандалағы сираттағы уйындар ҙа хужалар файҙаһына тамамланды: йәкшәмбелә иҫәп овертаймда — 4:3, дүшәмбелә төп ваҡытта 2:0 булды.

“Һары арҡа” финалда “Братина” өсөн алышты Төмәндең “Рубин” һәм Пермдең “Молот-Прикамье” командалары араһындағы еңеүсе менән дауам итәсәк.
Быйылғы хоккей миҙгелен тамамларға мәжбүр булған “Торос” өсөн дә ҡыуанырға урын бар. Беренсенән, ул – регуляр чемпионат еңеүсеһе. Икенсенән, плей-офф уйындары һөҙөмтәһе буйынса кубоктың кемгә эләгеүенә ҡарамаҫтан, нефтекамалар көмөш миҙал яуланы ла инде. Сит ил командаһының кубокты алырға хоҡуғы бар, ә бына миҙалдар Рәсәй уйынсыларына ғына бирелә. Әгәр ҙә “Һары арҡа” төп бүләкте ҡулына төшөрә икән, финалда унан еңелгән команда – беренсе, ә даими чемпионат һөҙөмтәләре буйынса иң алда булған “Торос” икенсе урынды ала. “Братина”ны Пермь йә Төмән хоккейсылары яулағанда ла хәл бер нисек тә үҙгәрмәй. Шулай булғас, беҙҙең команданы был уңышы менән ҡотлайбыҙ!




Вернуться назад