Йөрәкте бөтөрә бит был плей-офф тигәндәре. Күберәккә ымһынһаң, “шап” итеп ҡулыңа һуға, ә инде өмөттө өҙә башлаһаң, йыуатып, көтөлмәгән ҡыуаныс килтерә...
Магнитогорскиҙағы икенсе осрашыуҙа көслөрәк булырбыҙмы тиһәм, тағы отолдоҡ. Ә бит ике тапҡыр – 1:0, 2:1 иҫәбе менән – алға ла сыҡҡайныҡ. Юҡ, хужаларҙың Сергей Мозякины бар шул. Икенсе овертаймда булһа ла ҡапҡабыҙҙа шайба инерҙәй ярыҡ тапты барыбер – 3:2.
Был Мозякинды нисек туҡтатырға? Беҙҙең тренерҙарҙың бер тәүлек кенә ваҡыты бар, нимә уйлап табырҙар? Өфөләге өсөнсө матч серияға һынылыш индерергә тейеш тә баһа! Ләкин күңелдә тыныслыҡ юҡ.
Шөкөр, әүҙем башланы юлаевсылар уйынды. Бирешергә уйламайҙар. Алексей Глухов менән Егор Дубровский ҙа, йүнәлеп, боҙға сыҡҡан икән. Ысынлап та, шунда уҡ Антти Пильстрем күптән көткән ҡыуаныс килтерҙе – 1:0! Икенсе осор голһыҙ ғына булһа, өсөнсөһөндә өфөләр 40 секунд эсендә ике шайба индерҙе. Антон Слепышев менән Антти Пильстремдың уңышына арена гөр килеп алҡышлап яуап бирҙе. Әһә, Мозякинға хәҙер кәмендә өс тапҡыр беҙҙең ҡапҡаны “алырға” кәрәк – көсө етерме? Етмәне, етмәһә, Томаш Заборски иҫәпте бөтөнләй ҡыуып еткеһеҙ итте – 4:0!
Бөгөн Өфөлә – дүртенсе матч. Магнитогорскиға китер алдынан көстәрҙе тигеҙләргә кәрәк.