Эштә генә түгел, спортта ла һынатмай әлшәйҙәрДонъяла барған хәл-ваҡиғаларҙы гәзит уҡыусыларға еткереү кеүек изге бурыс – хәбәрселәрҙең иңендә. Әлбиттә, һәр ваҡыт ҡәләм генә тотоп, мәҡәлә яҙып ултырмайбыҙ, ә бүтән сараларҙың уртаһында ҡайнарға, ялды иҫтә ҡалырлыҡ итеп үткәрергә тырышабыҙ. Рәсәй Матбуғаты көнө айҡанлы Әлшәй районында республика кимәлендә Ҡышҡы спорт спартакиадаһында журналистарҙың ҡатнашыуы быны тулыһынса раҫланы.
Раевка ауылындағы "Ыласын" балалар-үҫмерҙәр спорт клубында иңдәренә сумка аҫҡан мыҡты кәүҙәле үҫмерҙәр "Салауат Юлаев"тың "Авангард" хоккей командаһын ҡыйратыуы тураһында ҡыҙыу бәхәс ҡора, бөгөн нәҡ яҡташтары шикелле уйнарға һүҙ ҡуйыша. Оҙон буйлы егеттәр эскә инеп китте – волейболсылар икән. Көйәрмәндәр ҙә күп күренә.
Спорт фестивалендә Башҡортостандың элемтә һәм киң коммуникациялар министры Борис Мелкоедовтың ҡатнашыуы сараның мәртәбәһен арттырҙы.
– Раевкалағы заманса спорт комплексы күптәрҙе көнләштерерлек, бында спорттың бөтә төрө буйынса ла күнекмәләр алып барырға мөмкин, ысынлап та, шөғөлләнеү өсөн һәр йәһәттән дә уңайлы шарттар булдырылған. Командаларҙың етди әҙерлеге йөҙҙәрендә сағыла, көслөләрҙең, етеҙҙәрҙең, отҡорҙарҙың алдынғылыҡты бирмәйәсәге көн кеүек асыҡ. Ә мин дуҫлыҡтың еңеүен теләйем, – тине министр һәм, иҫке Яңы йыл һәм Матбуғат байрамы менән ҡотлап, иң изге теләктәрен еткерҙе.
Әлшәй районының хакимиәт башлығы Дамир Мостафиндың һүҙҙәренә ҡарағанда, бында иллегә яҡын спорт төрө киң йәйелдерелгән. Ауыл хужалығы һәм иҡтисад тармағында, мәғариф һәм мәҙәниәт өлкәһендә тәүге унау иҫәбендә булған шикелле, улар спортта ла һынатмай. Маҡсаттары – йәштәрҙе үҙҙәренең өлгөһөндә тәрбиәләү, балалар күңелендә бәләкәйҙән спортҡа һөйөү уятыу.
Волейбол уйынында гәзиттәр ("Башҡортостан", "Кызыл таң", "Йәшлек", "Йәншишмә", "Альшеевские вести"), журналдар ("Ағиҙел", "Шоңҡар", "Башҡортостан уҡытыусыһы"), район хакимиәте белгестәре һәм йәштәр айырым командалар булып көс һынашты. Әлшәйҙәрҙең йыйылма командаһы менән "Башҡортостан" дәүләт телерадиокомпанияһы хеҙмәткәрҙәре араһындағы хоккей көсөргәнешле барҙы. Шулай уҡ шашка, шорт-трек, дартс, өҫтәл теннисын да ҡыҙыҡһынып ҡараныҡ. Әлбиттә, иң-иңдәр бүләкләнде, кис халыҡ боҙҙа шыуырға килде.
Беҙҙә йыш ҡына республика сараларын баш ҡалала уҙғарыу ғәҙәткә ингән. Гәзит уҡыусылар өсөн дә журналистарҙың ҡышҡы олимпиадаһының Өфөлә түгел, ә Әлшәйҙә үтеүе кемгәлер сәйерҙер. Башҡортостандың Журналистар союзы рәйесе Артур Дәүләтбәков белдереүенсә, беренсенән, Әлшәйҙә спорт яҡшы үҫешкән һәм был тәңгәлдә төрлө уйындар киң йәйелдерелгән, уны журналистарға күрһәтеү һәр йәһәттән дә отошло, икенсенән, сарала хәбәрселәр үҙ-ара аралаша, фекер алыша.
Район етәкселегенең спортҡа ҙур әһәмиәт биреүенә шаһит булдыҡ. Йылдан-йыл спорт төрҙәрен арттырыу йүнәлешендә күп эштәрҙең ғәмәлгә ашыуы шатлыҡлы. Ысынлап та, олоһо ла, кесеһе лә төрлө уйындарға теләп ҡушыла. Шуныһы ла иғтибарға лайыҡ: белем усаҡтарында физкультура дәрестәре, ҡайһы миҙгел булыуына ҡарамаҫтан, тышта саф һауала үтә.
Илдар АҠЪЮЛОВ
Әлшәй районы.