Бөтәһе лә хоккей тип янып-көйгәндә, бөрөләр футболдағы уңыштарына ҡыуана. Ҡыш өҫтөндә ниндәй туп тибеүме? Мини-футбол, йәғни залдағы уйын төрө ул.
Көтөп алынған еңеү был. Башҡортостанда билдәле тренер Марат Флүр улы Әхмәтшин етәкселегендәге команда һуңғы бер нисә йылда беренселеккә сыға алмай яфаланған. Әле Мәләүез ҡалаһында уҙған республика Спартакиадаһының ХХII ауыл уйындарында берләштерелгән хакимиәт ауыл-ҡалалары араһында чемпион булдылар. Башлыса “Спартак” командаһы ир-егеттәренән һәм студенттарҙан торған коллектив, өс көн эсендә алты матч уҙғарып, бер тапҡыр ҙа отолмаған. Бында, үҙҙәре әйтеүенсә, Вадим Арыҫлановтың өлөшө ҙур. Турнирҙа иң шәп уйнаған ҡапҡасы ул булған.
– Ярышта ҡатнашҡан ун бер команданың барыһы ла яҡшы әҙерлектә ине. Көсһөҙҙәр юҡ. Беҙ был уңышты алты йыл көттөк, – ти ҡәнәғәт ҡиәфәттә капитан Сергей Александров.