Күршеләр “ҡунаҡсыл” түгел05.04.2014
Апрель. Хоккейҙа плей-офтың ҡыҙған мәле. Көнбайышта “Лев” менән “Локомотив”тың сәкәләшкәнен күҙ ҡырыйы менән генә күҙәтәбеҙ, сөнки көнсығышта үҙебеҙҙең мәшәҡәт етерлек – “Салауат Юлаев” Магнитогорскиға сәфәр сығып китте.

Йыл буйына күпселекте оҫта файҙалана алмай йонсоно юлаевсылар. Плей-офта, ниһайәт, был етешһеҙлектән ҡотолдолар. Әммә икенсе бәлә тыуҙы. Белеүебеҙсә, “Металлург”тың Мозякин–Коварж–Зарипов өс тағаны хәтәр көслө. Уларҙы туҡтатып булырмы?
Тәүҙә эш көйлө генә бара ине. “Салауат Юлаев” иҫәпте лә беренсе булып асты – Денис Хлыстовтың голы иҫ китмәле һоҡланғыс булды! Әммә хужалар күпселекте оҫта файҙаланды. Ул арала беҙҙән Теему Хартикайнен команданы тағы алға сығарҙы. Ләкин ҡыуанысыбыҙ оҙаҡҡа барманы. “Металлург” йәнә иҫәпте тигеҙләне.
2:2 – беренсе осор шулай тамамланды. Ә икенсеһендә мәргән Сергей Мозякинды һаҡсыларыбыҙ күҙ уңынан ысҡындырҙы. Уға шул бер-ике секунд та етте – еңеү шайбаһын индереп тә ҡуйҙы...
Бөгөн Магнитогорскиҙа – икенсе осрашыу. Нисек булыр?



Вернуться назад