Икеләтә шатлыҡ01.04.2014
Ур-ра-а! “Салауат Юлаев” Астанала бишенсе матчта отолһа ла (1:2), алтынсыһында “Барыҫ” менән көс һынашыуға нөктә ҡуйҙы (3:2).

“Гагарин кубогы”на иң шәп дүрт команда дәғүә итә хәҙер. Көнбайышта ярымфиналда “Локомотив” менән “Лев” уйнаһа, көнсығышта беҙҙең юлаевсылар – “Металлург” менән. Был ике пар еңеүселәре кубок өсөн сәкәләшәсәк тә инде.
Шуныһы ҡыуаныслы: “Салауат Юлаев” Рәсәй чемпионаты миҙалын эләктерҙе лә. Нисекме? “Лев”тың, сит ил командаһы булараҡ, бындай хоҡуғы юҡ. Ул кубокты ғына яулай ала. Ә ниндәй миҙал булырын алдағы уйындар күрһәтер. Күп ҡалманы, сабыр итәйек.
Г. БҮЛӘКБАЕВА.


* * *

Республиканың төп командаһы менән сағыштырғанда, Юғары хоккей лигаһында сығыш яһаған “Торос”тың хәле ул көндә күпкә ҡатмарлыраҡ ине. “Салауат Юлаев”тың запаста тағы бер уйыны ҡалған булһа, Нефтекама хоккейсылары Братина кубогы өсөн алыштың сирек финалындағы дәғүәселәре — Воронеждың “Буран”ы — менән хәл иткес осрашыуға сыҡты.

Серияла иҫәп 3:3 булғас, көрәште дауам итергә хоҡуҡты “Торос”ҡа бары тик еңеү бирәсәк. Шуның өсөн дә хоккейсылар бик тырышты, әммә беренсе осорҙа бер кем дә уңышҡа өлгәшә алманы. “Ҡыҙыл ут”ты уйындың тәнәфестән һуңғы дүртенсе минутында “Буран”дар тоҡандырҙы. Таблола ҡунаҡтар файҙаһына 0:1 иҫәбенең оҙаҡ үҙгәрмәүе көйәрмәндәрҙе ныҡ тулҡынланырға мәжбүр итте. Еңеләбеҙме?! Өсөнсө осор тамамланыуға биш минуттан да аҙыраҡ ваҡыт ҡалғанда, Боҙ һарайы шатлыҡлы тауыштарға күмелде — Александр Шашерин индергән шайба иҫәпте тигеҙләне. Овертаймда уңыш нефтекамаларға йылмайҙы: команданың иң яҡшы һөжүм итеүселәренең береһе Сергей Сальников дүртенсе минутта индергән шайба “Торос”ты ярымфиналға алып сыҡты.
Алда — Ҡарағанданың “Һары арҡа” хоккейсылары менән финалға сығыу өсөн көрәш. Тәүге ике осрашыу Нефтекама боҙонда 2 һәм 3 апрелдә үтәсәк. Ҡаҙағстан уйынсыларын уңышлы “ҡыйратҡан” төп команданың үрнәге Нефтекама хоккейсыларына файҙаға ғына булыр тип ышанайыҡ.
А. НУРЕТДИНОВ.

Нефтекама ҡалаһы.


Вернуться назад