“Металлург” кемде көтә?28.03.2014
Юҡ, “Барыҫ” еңелергә теләмәй! Яралы кейекте хәтерләтә ул хәҙер. Йыл буйы көслө уйнаған командаға өс матчтың икәүһендә отолоу һис килешмәгән эш тә бит һуң... Әммә “Салауат Юлаев” та, элекке даны бер аҙ тоноҡлана төшһә лә, һаман да һабаҡ бирерлек хәлдә.

Дүртенсе осрашыу тап шуны раҫланы. Ике осор буйы таблола нулдәр янһа ла, өсөнсөһөндә көйәрмәндәр был спорт төрөнөң бөтә матурлығын күрҙе. Хоккейҙы шуның өсөн яратабыҙ ҙа бит инде!
Го-о-ол! Афарин, Игорь Мирнов! Гол... Тәүгеһенең игеҙәгеме ни... Быныһында Найджел Доус һөҙөмтәле яуап бирҙе. Йәнә гол – Дмитрий Макаров! Их, “Барыҫ”тың үҙ Дмитрийы табылды – Уппер иҫәпте тигеҙләне – 2:2.
Йәнә овертайм. Кем даланлыраҡ булыр? Әһә, күпселектәбеҙ, файҙаланып ҡалырға кәрәк, егеттәр. Ана, Кирилл Кольцов һөжүм башлай. Хартикайненға пас... Кире – Кольцовҡа. Степановҡа пас... Кире – Кольцовҡа. Го-о-ол! 3:2!
Беҙгә тағы бер генә еңеү кәрәкһә, “Барыҫ”ҡа хәҙер абынырға ярамай. Ә конференцияның финалында “Себер”ҙе дүрт осрашыуҙа теҙ сүктергән Магнитогорскиҙың “Металлург”ы кемебеҙҙелер көтөп тора ла инде... Кемде?


Вернуться назад