"Салауат Юлаев" хоккей командаһы яңы йылда тәүге еңеү яуланы. Еңеүҙең дә ниндәйе бит әле! Өфөләр үҙ майҙанында Омскиҙың "Авангард"ына бер ниндәй өмөт ҡалдырманы.
Осрашыуға ҡәҙәр ике команда ла бер тигеҙ мәрәй йыйып, турнир таблицаһында йәнәш килә ине. Шуға ла осрашыуҙы көйәрмәндәр ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп алды: кем көслөрәк булып сығыр икән?
Бер кем дә баш бирергә теләмәгәне тәүге минуттарҙан уҡ асыҡланды. Ике яҡ та әүҙем һөжүм итте. Әммә юлаевсылар таһылыраҡ булып сыҡты: Юрий Трубачев беҙҙе алға сығарҙы. Күп тә үтмәне Игорь Мирнов тағы ла "Авангард"тың ҡапҡасыһы Карри Рамо артында "ҡыҙыл ут" яндырҙы. Бынан һуң уларҙың баш тренерына 30 секундлыҡ тайм-аут алырға һәм ҡапҡасыһын алмаштырырға тура килде. Әммә был да ярҙам итмәне: беренсе осорҙоң аҙағында Александр Радуловтың пасы менән Игорь Григоренко иҫәпте 3:0 итте.
"Авангард" тәүге тәнәфестән һуң әкренләп "уяна" башланы. Ә өсөнсө осорҙа Омск уйынсылары көслө һөжүмгә күсте. Әммә беҙҙекеләр һәйбәт һаҡлана белеүҙәрен күрһәтте. Бигерәк тәҡапҡасыбыҙ Эрик Эрсберг ышаныслы уйнаны. Икенсе һәм өсөнсө осорҙа ул 32 шайбаны кире ҡаҡты. Һөҙөмтәлә "Салауат" сираттағы "ҡоро" еңеүен яуланы. Был осрашыу күп йәһәттән плей-офф уйындарына күнекмәгә әйләнде.
Осрашыуҙа фин Вилле Койстинен "Салауат Юлаев" өсөн тәүге уйынын үткәрҙе. Ә йәй беҙгә килгән чех Рихард Стеглик хәҙер "Атлант" өсөн уйнаясаҡ.
"Салауат Юлаев" хоккей командаһының ғинуар айындағы уйындары15 ғинуар "ЦСКА" – "Салауат Юлаев"
17 ғинуар "Лев" (Словакия) – "Салауат Юлаев"
19 ғинуар "Динамо" (Минск) – "Салауат Юлаев"
24 ғинуар "Салауат Юлаев" – "Витязь"
26 ғинуар "Салауат Юлаев" – "Северсталь"
28 ғинуар "Салауат Юлаев" – "Спартак"
Р. ЗӘЙНУЛЛИН.