Үҙебеҙҙең егеттәр!26.03.2014
Башта эй шөбһәләндек: “Барыҫ” быйыл көслө шул! “Салауат Юлаев”ты пыран-заран килтерер инде... Юҡ, бирешмәй егеттәр. Айырыуса Өфө хоккейы тәрбиәләнеүселәре һыр бирмәй. Һөжүм итеүсе Егор Дубровский плей-офта әлегә алты гол индерһә, ҡапҡасы Андрей Василевский беренсе раундта “Иң яҡшы сейв” номинацияһында еңеүсе булды.

Тәүге ике матч Ҡаҙағстандың баш ҡалаһы Астанала уҙҙы. 21 март – Науруз байрамы, халыҡ та шат кәйефтә, барыһы ла еңеү көҫәй. Әммә юлаевсылар уларҙың өмөтөн селпәрәмә килтерҙе. Алмаш-тилмәш уңышҡа өлгәшә торғас, овертаймда Никита Филатов тырышлығы менән барыбер отоп ҡуйҙыҡ.
Әлбиттә, “Барыҫ”тың асыуы килде. Иртәгәһенә күрһәтте бында кемдең хужа икәнен! Беҙҙекеләр 2:0 иҫәбенә алда килһә лә, артабан биш яуапһыҙ шайба индереп, кикрегебеҙҙе шиңдерҙеләр. Ай-һай, ҡыйын икән...
Ҡунаҡ ашы – ҡара-ҡаршы. Дүшәмбелә Астана хоккейсыларын Өфөлә “икмәк-тоҙ” менән ҡаршы алдыҡ. Йәғни шул уҡ 5:2 иҫәбенә ҡыйратып ташланыҡ үҙҙәрен. Белһендәр эттең ояһында көслө икәнен! Был юлы инде 3:0 иҫәбенә еңеп килгәс, күңелгә йәнә шик инеп оялағайны. Ғәҙәттә, юлаевсылар, эш бөттө тигәндәй, тыныслана ла ҡуя. Һабаҡ алғандар, ахыры: бик һаҡ ҡыландылар, ҡунаҡтарҙың “йоҙроҡ һуғышы” тәҡдим итеүҙәренә лә бирешмәнеләр. Голдарҙы Егор Дубровский, Андрей Зубарев, Игорь Мирнов, Теему Хартикайнен, Антти Пильстрем индерҙе.
Кисә кис улар дүртенсегә осрашты.



Вернуться назад