Кешегә булғаны етә25.03.2014
Сочиҙағы Паралимпиада айҡанлы тыуған уйҙар

Кешегә булғаны етә
Кисә эш урынымды йыйыштырғанда баш бармағымды киҫтем. Быяланы күсереп ҡуям тигәнсә, осло ҡыры тырнағымды ныҡ ҡына сыйып, ҡанатып ебәрҙе. Ауыртыуы бер хәл, ҡан туҡтамай ағып аптыратты. Ярай, бәйләп ҡуйҙым. Унан һуң да яңылыш төртөлөп, бер нисә тапҡыр яңынан ҡанаттым. Кисен ҡайтырға сыҡтым. Бәйле бармаҡ бирсәткәгә һыймай – ҡулым өшөнө. Автобуста сумкамдан транспорт картаһын тартып сығарғансы, ярамды тағы ҡуҙғаттым. Йортом эргәһендәге магазинға инеп, емеш-еләк алайым тиһәм, полиэтилен ҡапсыҡты аса алмай йонсоном. Ахыры, һатыусы ҡыҙ ярҙам итте. Ҡыҫҡаһы, бәләкәй генә яра арҡаһында ярты көн яфаландым...

Ғаилә менән спорт яратабыҙ. Әле генә Сочиҙа Паралимпиада тамамланды. Беҙ, ярыштарҙы телевизор аша ғына ҡараған көйәрмәндәр, бәлки, мөмкинлеге сикләнгән кешеләрҙең бар кисерештәрен аңлап та бөтмәйбеҙҙер. Шулай ҙа ошондай күренештәрҙе йышыраҡ күрһәтһендәр ине, сөнки, халыҡ әйтмешләй, тамсы тама-тама ташты тишә. Айырыуса битараф, бәғерһеҙ булып үҫеп килгән йәш быуынды тәрбиәләүҙә шәп алым ул.
Мәҫәлән, мин яңы смартфон йә планшет һорап йөҙәткән балаларымды (әле улар шул хәтлем нәфселе лә түгел) Сочиҙағы инвалидтарҙың саңғыла, тау саңғыһында, биатлонда уҙышҡанын махсус ҡаратырға тырыштым. “Ана, нисек йәнтәслим тырышалар, ә һеҙҙең күҙегеҙ күрә, ҡул-аяғығыҙ имен, шөкөр итегеҙ”, – тинем гел уларға. Был бер-береңде аңлап, бүтәндәрҙең хәленә кереп, зәғиф кешеләргә миһырбанлы булып йәшәр, үҫер өсөн кәрәк. Юҡҡа ғына, йөҙ тапҡыр ишеткәнсе, бер тапҡыр күр, тимәйҙәр бит.
Белеүегеҙсә, Паралимпиадала күпселек уңышҡа беҙҙең спортсылар өлгәште. Йәмғеһе 80 миҙал, шуның 30-ы – алтын, 28-е – көмөш, 22-һе – бронза. Ни өсөн шулай күп? Сит илдекеләр нилектән көсһөҙ? Рәсәйҙекеләргә нимә шундай сәм-дәрт бирә һуң? Мин был турала йыш уйландым.
Ниңә беҙҙекеләрҙә ихтыяр көсө нығыраҡ? Уларҙың көндәлек тормошо ла көрәш бит. Бәхетһеҙлеккә тарығандан алып, ғаиләнең бөтә ағзаларының көнитмешен дә ошо хәлгә яраҡлаштырып йәшәйҙәр. Әйтеүе генә анһат: ғәрип кешене тәрбиәләгәндәр белә яҙмыштарының ауырлығын. Дауаланыуға аҡса етешмәүен, күпселек әсәйҙәрҙең балаһын бағып, эшһеҙ өйҙә ултырыуын... Атай-әсәйҙәрҙең, олатай-өләсәйҙәрҙең һүҙенә ҡолаҡ һалайыҡ: “Түшәккә ятмай, балаларға ҡыйынлыҡ һалмай ғына үлеп китергә ине”. Йәиһә берәй яҡының оҙайлы йәки ҡаты сирләп алһын әле. Төн буйы ул да, һин дә йоҡламайһың – бергә ауырыған кеүек булаһың, биргән дарыу ҙа ауыртыуҙы баҫмай, ярҙам итә алмағаныңдан йәнең әрней... Үҙем күп йылдар инде йыш ҡына шундай хәлдә ҡалам.
Ә сит илдә барыбер көнкүреш шарттары еңелерәк, уңайлыраҡ. Унда инвалидтар тулы мәғәнәле тормошта йәшәй, тип әйтергә мөмкин. Йәмғиәттә лә аңлап, аяп ҡарайҙар ундайҙарға. Беҙҙә лә ил буйынса “Уңайлы мөхит” программаһы киң йәйелдерелде. Әммә башҡараһы эш күп. Туҡтап, һүнеп ҡалырға тейеш түгел ул. Ә әлегә инвалидтар Паралимпия спорты аша булһа ла үҙҙәренә шөғөл, йәшәрҙәренә аҡса табып, донъяларын бөтәйтергә тырыша. Шуға ла беҙҙең егеттәр һәм ҡыҙҙар Сочиҙа шул тиклем оло еңеүҙәр яулағандыр, эйеме?
Элек улар ҙа төрлө булғандыр. Хәҙер ышанам: береһе лә бәғерһеҙ, иманһыҙ түгелдер. Шул хәтлем ауыр һынау аша үткәндәр донъяға ла икенсе күҙлектән баға башлай. Ошо халәттәрен дә аңлап ҡабул итеп, килешеп йәшәй торғандарҙыр. Ә ундайҙар бәхетһеҙ булмай. Беҙ ҙә тормоштан ҡәнәғәт саҡта тирә-яҡ ал да гөл бит!
Инвалид спортсылар ҙа, иншалла, яҙмыштарын үҙҙәре яҙа. Мәҫәлән, Ирек Зарипов, бер нәмәгә ҡарамай, матур итеп ғаилә ҡороп, балалар үҫтереп ята, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутат итеп һайланды. 18 йәшлек кенә Азат Ҡарасурин иһә ике йыл инде әсәһенә ауырлыҡ һалмай – сит ҡалала һөйгән ҡыҙы менән үҙ тормошон ҡорған. Йөҙөнән йылмайыу китмәгән һылыу ҡыҙ Алена Кауфман яңыраҡ әсәлек бәхете кисергән. Ә чемпион булған Анна Миленина уҙышта икенсегә ауырлы көйө сығыш яһағанын белдерҙе.
Бына нисек бит! Паралимпиада бөткәс, улым: “Оһо, әсәй, Роман Петушков алты алтын миҙалы өсөн 24 миллион һум премия аласаҡ!” – тине. “Эйе, шулай. Әммә мин барыбер аяҡ-ҡулым һау булып, һеҙҙе лә сәләмәт күреп йәшәүҙе һайлар инем. Шөкөр, барыһын да үҙем атҡара алам”, – тинем. Иң ҡыуаныслыһы шул: ул минең менән ризалашты. Һәр хәлдә күҙендә ҡомһоҙлоҡ осҡондарын шәйләмәнем.
Кешегә булғаны етә, тип яҙғайны бер мәл әҙип Наил Ғәйетбай. Алтын һүҙҙәр!


Кешегә булғаны етәМарат РОМАНОВ, Паралимпия уйындарының керлинг буйынса көмөш призеры:
– Беҙҙең илдә инвалидтар ауырлыҡтарҙы еңеп өйрәнгән. Бөтә урында көндәлек ҡыйынлыҡтарға осрайбыҙ: фатирыңа күтәрелә алмауҙан алып дәүләт учреждениеларына йөрөүгә тиклем. Шуныһы әсендерә: түрәләр үҙҙәре уңайлы мөхит тураһында закон ҡабул итте лә үҙҙәре үк уны үтәмәй. Беҙ көндәлек тормошта шул хәтлем сыныҡҡанбыҙ, спортта инде еңмәй хәлебеҙ юҡ.


Вернуться назад